Башҡортостанда мал аҙығы әҙерләү осоро башланды

Башҡортостанда мал аҙығы әҙерләү осоро башланды https://bash.news/news/98734_bashortostanda_mal_ayy_erl_osoro_bashlandy
18 июн 2019, 23:38

Сәсеү тамамланыу менән Бөрө хужалыҡтары бесәнгә төштө. Мал аҙығы әҙерләү төбәк эшсәндәре өсөн айырыуса яуаплы осор. Хужалыҡтар бесән мәленең һәр көнөн һөҙөмтәле файҙаланырға тырыша. Ләкин һалҡын һәм ямғырлы көндәр ҡаршылыҡ тыуҙыра, ти белгестәр. Һауа торошо яҡшы торғанда кәзә үләне, силос әҙерләү саралары күрелә. Әлегә Бөрө эшсәндәре 150 тонна бесән туплаған.

Владислав Ҡотлобаев, бригадир: “Һауа торошо тотороҡһоҙ, көндәр ямҡырлы. Шуға ҡарамаҫтан көнөнә 50-60 тонна бесән йыйабыҙ. Артабан йәшел масса һаҡлауға һалына”.

Башҡортостандың 44 районында мал аҙығы әҙерләү эше йылдам бара. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 15 мең тонна бесән, 113 мең тонна сенаж әҙерләнгән. 56 мең гектар майҙан сабылған. Аграрийҙар быйыл да ҡуйылған бурыстын теүәл үтәп, ураҡ эштәренә тиклем етерлек күләмдә мал аҙығы туплап ҡалырға иҫәп тота.

Азат Мөхәмәтшин, Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығының бүлек етәксеһе: “Ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү буйынса Ауырғазы, Стәрлетамаҡ, Хәйбулла һәм Кушнаренко райондары алда бара. Быйыл мал башына 30 центнер бесән әҙерләү планлаштырылған”.

Башҡортостанда мал аҙығы әҙерләү осоро башланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Банер уфимская волна