Өфөнөң 35-се мәктәбе уҡыусылары күрмәгән кешеләрҙе йөрөтөүсе эттең һәләттәре менән танышты

Өфөнөң 35-се мәктәбе уҡыусылары күрмәгән кешеләрҙе йөрөтөүсе эттең һәләттәре менән танышты https://bash.news/news/98735_fn_35se_mktbe_uyusylary_krmgn_keshelre_jrtse_ette_lttre_menn_tanyshty
18 июн 2019, 23:39

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты тарафынан ойошторолған "Изгелек дәресе"ндә балалар алдында "Аҡтырнаҡ" клубы етәксеһе Гүзәл Хәсәнова сығыш яһаны. Ул күреү һәләте сикләнгән кешеләр өсөн ҡала буйлап йөрөгәндә йорт хайуаны төп ярҙамсы булыуы хаҡында һөйләп, эттең командаларҙы үтәүен күрһәтте.

Андораға дүрт йәш, хужаһы менән өс йыл бергә. Билдәле булыуынса, ул Мәскәү өлкәһендә махсус күнекмәләр үткән. Башҡортостанда һуҡырҙарҙы йөрөтөүсе тағы ла ике тиҫтәнән ашыу эт иҫәпләнә, уларҙың алтауһы Өфөлә.

Гүзәл Хәсәнова, "Аҡтырнаҡ" клубы етәксеһе: “Решила что моя собака должна быть полиглотом, некоторые команды мы выучили на различных языках. Андора, ултыр. Асҡыс бир, маладис”.

"Изгелек дәресе" сиктәрендә мәктәп уҡыусыларына кәңәштәр ҙә бирелде. Әйтәйек, һуҡыр кешене йөрөткән этте күргәндә, тыныс һәм иғтибарлы булырға кәрәк. Ул ғәҙәттә, морондоҡһоҙ йөрөй, сөнки хужаһы таяғын, йә башҡа әйберен ергә төшөрһә, кире алып бирергә ярҙам итә. Юлдағы ҡаршылыҡтарҙы үтеүҙә лә роле ҙур. Шуға ҡарамаҫтан күреү һәләте сикләнгәндәр халыҡтың иғтибарына мохтаж. Гүзәл Хәсәнова автобус туҡталышына тиклем оҙатыу булһынмы, светофор төҫтәрен әйтеүме - күҙҙәре күрмәгән кешеләргә битараф булмаҫҡа саҡырҙы.

Искәндәр Сәфиуллин, Өфөнөң 35-се урта мәктәбе уҡыусыһы: “Был дәрес оҡшаны, бик файҙалы. Эт аҡыллы, матур. Бөтә командаларҙы ла үтәне”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Өфөнөң 35-се мәктәбе уҡыусылары күрмәгән кешеләрҙе йөрөтөүсе эттең һәләттәре менән танышты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна