Ялған дарыуҙар бөтөрөлә

Ялған дарыуҙар бөтөрөлә https://bash.news/news/98801_yalan_daryuar_btrl
19 июн, 18:04

2020 йылдан дарыуханаларҙа һатылған препараттарға махсус тамға ҡуйыла. Беҙҙең республикала июлдән октябргә тиклем ошондай проект һынала. Дарыу ҡабында КуЭр-код ҡуйыла. Ошо тамға аша уны тикшерергә мөмкин.

Ялған дарыуҙар бөтөрөлә
Ялған дарыуҙар бөтөрөлә

Өфөнөң 21-се дауаханаһы баш табибы Гөлнара Мостафина әйтеүенсә, ялған дарыуҙы һәр кем еңел асыҡлай аласаҡ.

Ялған дарыуҙар бөтөрөлә

Тамғалау ялған дарыуҙы сифатлы препараттан айырырға ярҙам итә. “Ошондай алым фальсификат әйләнешен күҙәтергә мөмкинлек бирә”, - ти дарыухана мөдире Светлана Чанышева.

Ялған дарыуҙар бөтөрөлә

Светлана Чанышева, дарыухана мөдире :

- Маркировкалау бик мөһим эш. Ул дарыуҙарҙың сифатын контролдә тотоу, ялған дарыуҙар менән көрәш алып барыу өсөн мөмкинлектәр булдыра. Төп маҡсаты – халыҡта ялған дарыуҙарҙын һаҡлау.

Әле Өфөнөң 21-се дауаханаһында дарыуҙарҙы тикшереү өсөн махсус сканер һатып алынған. Дарыухана мөдире Светлана Чанышева әйтеүенсә, бындай терминалдар яҡын арала бөтә дауаханаларҙа ла буласаҡ.

Ялған дарыуҙар бөтөрөлә

2020 йылдан илдә бөтә дарыуҙарға махсус тамға ҡуйылырға тейеш.

Юлдаш
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд