Шишмә районында 10 подъезда ремонт эштәре тамамланған

Шишмә районында 10 подъезда ремонт эштәре тамамланған https://bash.news/news/98819_shishm_rajonynda_10_podezda_remont_eshtre_tamamlanan

Республика подъездары яңы төҫ ала. Күп фатирлы йорттарҙы төҙөкләндереү программаһына ярашлы, комплекслы ремонт эштәре дауам итә. Шишмә районында 10 подъезда ремонт эштәре тамамланған. Иҙән плитәләре, тәҙрә, ишектәр яңыртылған, яҡтыртыу системаһы йүнәтелгән, баҫҡыстар, стеналар буялған. Күпселек подъездар йорт һалынғандан алып ремонт күрмәгән булған.

Шишмә районында 600-гә яҡын подьезд, уларҙың яртыһы ремон талап итә. Республика программаһына ярашлы, быйыл уларҙың 42-һе яңыртыласаҡ. Төҙөкләндереү сараларына 9 миллион ярым аҡса йүнәлтелә. Белгестәр әйтеүенсә, Шишмәлә ремонт эштәре 1 октябргә тамамланыр тип көтөлә.

Эдуард Ялалов, идарасы ойошма директоры: “Отделка эштәре бер аҙнала эшләнә, электрика һәм тәҙрә-ишек алыштырыуға бер аҙна китә. Подъезды ике аҙнала төҙөкләндерәбеҙ”.

Шишмә районында 10 подъезда ремонт эштәре тамамланған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд