Күгәрсен районында «Берҙәм Рәсәй» партияһы фракцияһының сираттағы ултырышы уҙҙы

Күгәрсен районында «Берҙәм Рәсәй» партияһы фракцияһының сираттағы ултырышы уҙҙы https://bash.news/news/98820_kgrsen_rajonynda_berm_rsj_partiyay_frakciyayny_sirattay_ultyryshy_uy
19 июн 2019, 23:05

Унда ҡатнашыусылар "2020-2025 йылдарҙа ауыл ерҙәренең комплекслы уҫеше тураһындағы" дәүләт программаһы буйынса фекер алышты, үҙ фекер-тәҡдимдәрен индерҙе. Кәңәшмәлә шулай уҡ төбәктә партияның "Ҡала мөхите” программаһы үтәлеше лә ҡаралды.

Был программа сиктәрендә районда быйыл да подъездар, йорт ихаталары, йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү дауам итәсәк. Партия ағзалары эш барышын махсус рейдтар барышында ла тикшерә. Күптән түгел ошондай рейдтарҙың береһе Мораҡ һәм Йомағужа ауылдарында булған.

Рейд һөҙөмтәләре нигеҙендә һәр подъезд буйынса протокол төҙөлгән, ремонт сифаты баһаланған һәм етешһеҙлектәр билдәләнгән. Комиссия ағзалары әйтеүенсә, былар барыһы ла халыҡтың көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға булышлыҡ итеүгә ҡайтып ҡала.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Күгәрсен районында «Берҙәм Рәсәй» партияһы фракцияһының сираттағы ултырышы уҙҙы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа