Киләһе йылдан һатып алынған дарыу тураһында бар мәғлүмәтте мобиль ҡушымта аша белергә мөмкин буласаҡ

Киләһе йылдан һатып алынған дарыу тураһында бар мәғлүмәтте мобиль ҡушымта аша белергә мөмкин буласаҡ https://bash.news/news/98821_kile_jyldan_atyp_alynan_daryu_turaynda_bar_mlmtte_mobil_ushymta_asha_belerg_mmkin_bulasa
19 июн 2019, 23:05

Дарыу тарихы бер кеҫәлә. Киләһе йылдан теләгән һәр кеше һатып алған дарыуы тураһында бар мәғлүмәтте лә белә аласаҡ. Бының өсөн медицина препаратының ҡабында күрһәтелгән дата матриксты кеҫә телефонына урынлаштырылған сканерҙан үткәреү ҙә етә. Мобиль ҡушымта дарыуҙың һатып алыусыға тиклем ниндәй юл үткәнен, ҡасан етештерелгәнен дә күрһәтәсәк.

Киләһе йылдың тәүге көнөнән ғәмәлгә инәсәк ҡануниәткә ярашлы, был процедураны дарыуҙар менән эш итеүсе барлыҡ медицина учреждениелары ла үтәргә тейеш буласаҡ. Йәғни, һәр дарыухана, дауахана, поликлиникаларҙа сканерҙар урынлаштырыласаҡ. Улар ярҙамында препараттарҙың һәр хәрәкәте күҙәтеүгә алына.

Яңылыҡ препараттар күпләп һатып алынған дауаханалар өсөн дә ҙур әҙерлек талап ителә. Баш ҡаланың 21-се дауаханаһында ғына йылына ун миллиондан ашыу һумға дарыуҙар үтә. Әле ул сәнәғәт күләмендә дарыуҙарҙы барлауға әҙер булған берҙән -бер медицина учреждениеһы.

Гөлнара Мостафина, Өфөнөң 21-се клиник дауаханаһы баш табибы: “Һәр дарыуға етештереүсе уникаль дата матрикс коды бирәсәк. Был маркировканың ялғанын бер нисек тә эшләп булмай. Шулай итеп бар препараттар ҙа етди һаҡланған булып сыға. Тимәк, ҡулланыусыларға сифатлы дарыуҙар ғына һатыласаҡ”.

Автор: Айнур Кәбиров.

Киләһе йылдан һатып алынған дарыу тураһында бар мәғлүмәтте мобиль ҡушымта аша белергә мөмкин буласаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд