Башҡортостан дәүләт эшмәкәрҙәре автосәйәхәткә сыға

Башҡортостан дәүләт эшмәкәрҙәре автосәйәхәткә сыға https://bash.news/news/98825_bashortostan_dlt_eshmkrre_avtosjxtk_sya
19 июн 2019, 23:09

Тилерткес матдәләр урынына БАЛ. Башҡортостан прокуратураһы "Берҙәм Рәсәй" партияһы һәм "Рәсәй терәге" ойошмалары менән берлектә автосәйәхәткә сыға. Унда ҡатнашыусылар 6 мең саҡрымдан ашыу юл итергә иҫәп тота.

Сәйәхәтселәр Башҡортостандан алып Алтайғаса юл үтмәксе. Акцияны ла улар ике төбәктең тәүге хәрефтәрен алып БАЛ тип атаған. Был иһә Алтай менән Башҡортостандың татлы ризыҡҡа бай төбәк булыуын да сағылдыра. Автосәйәхәтселәр маршрут дауамында осрашыуҙар уҙғарып социаль күренештәрҙе профилактикалау, наркомания, эскелекте иҫкәртеү буйынса төрлө саралар үткәрергә иҫәп тота.

Галина Сазонова, Башҡортостан прокурорының наркотиктар әйләнеше өлкәһендә закон үтәлешен күҙәтеү буйынса өлкән ярҙамсыһы: “Наркоманияны иҫкәртеү уны таратыусыларҙы, ҡулланыусыларҙы ҡулға алыу ғына түгел. Тәү сиратта иҫкәртеү, йәштәрҙе ҡурҡыныс сирҙәрҙән аралау мөһим. Был проблемаға йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү, йәштәрҙе сәләмәт мөхиттә йәшәргә өйрәтеү кәрәк”.

Автор: Айнур Кәбиров.

Башҡортостан дәүләт эшмәкәрҙәре автосәйәхәткә сыға

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество