Әбйәлил районының «Ирәндек» лагерында быйыл «Йәйләү» программаһы эшләй

Әбйәлил районының «Ирәндек» лагерында быйыл «Йәйләү» программаһы эшләй https://bash.news/news/98828_bjlil_rajonyny_irndek_lagerynda_byjyl_jjl_programmay_eshlj
19 июн 2019, 23:12

Отрядтар урынына ырыуҙар, ә девиздарҙы оран алмаштыра. Әбйәлил районының "Ирәндек" лагерында быйыл "Йәйләү" программаһы буйынса эшләгән төркөм асылған. Унда республиканың төрлө төбәктәренән балалар ял итә. 1998 йылда Мәләүез районында, Нөгөш буйында бер төркөмдә һыналған программа хәҙер Республиканың төрлө төбәктәренә тарала.

Мәрйәм Бураҡаева нигеҙ һалған "Йәйләү" быйыл Башҡортостандың алты лагерында эшләй, бынан тыш 100-ҙән ашыу мәктәп яны лагеры уҡыусыларҙың ялын ошо программа буйынса ойошторған. Күңелле һәм файҙалы каникул үҙенсәлектәре хаҡында хәбәрсебеҙ Рәмзиә Кәримова репортажы.

Йәйләүҙә отрядтар юҡ, балалар ырыуға бүленә, ә һәр ырыуҙың девиз урынына үҙ ораны, ағасы, ҡошо, тамғаһы. Бында тарих бөгөнгөбөҙ, киләсәк менән берләшә, заманса кейенгән ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙ мөхитенә, асылына әйләнеп ҡайта. Лагерҙа улар туған телдә аралаша, йолаларҙы, тарихты өйрәнә. Күп ваҡытын гаджеттар менән уҙғарған заман балалары бында компьютер-телефондарҙан ял итеп, күңелен, рухын байыта.

Мәрйәм Бураҡаева әйтеүенсә, "Йәйләү" программаһы 90-сы йылдар башында "Тормош һабаҡтары" предметы өсөн яҙыла. Һуңғараҡ инде уны ғәмәлдә һынау теләге тыуа. Хәҙер иһә "Йәйләү" бөтә республикаға таралды, хатта ил, донъя кимәленә сыҡты тип әйтергә мөмкин. Мәҫәлән, Ейәнсуралағы лагерҙа Американан, Мәскәүҙән һәм башҡа төбәктәрҙән балалар ял итә. Программа үҙ эсенә милли уйындарҙы ла, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе өйрәнеүҙе лә ала.Тормош һабаҡтары бала күңеленә уйын формаһында, йыр-моң аша һалына.

"Йәйләү" программаһы эшләгән "Ирәндек" лагеры Әбйәлилдең хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан, шуға ырыуҙар бар уйындарҙы тышта уҙғара. Көсөргәнешле уҡыу йылынан һуң уҡыусылар рәхәтләнеп ял итә, файҙалы мәғлүмәттәр ала.

Милли кәсептәр, йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр, уйындар. Лагерҙың программаһы бай йөкмәткеле, иң мөһиме ул тәрән мәғәнәгә, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Быуындар бәйләнеше, күсәгилешлек шулай һаҡлана ла инде.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Әбйәлил районының «Ирәндек» лагерында быйыл «Йәйләү» программаһы эшләй

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа