Салауат ҡалаһында быяла етештереү линияһы, ә Ишембайҙа ял зонаһы барлыҡҡа киләсәк

Салауат ҡалаһында быяла етештереү линияһы, ә Ишембайҙа ял зонаһы барлыҡҡа киләсәк https://bash.news/news/98830_salauat_alaynda_byyala_eteshtere_liniyay_ishembaja_yal_zonay_barlya_kilsk
19 июн 2019, 23:30

Яңы объекттарҙы сафҡа индереү менән бәйле һорауҙар бөгөн Радий Хәбиров рәйеслегендәге инвестиция сәғәтендә ҡаралды. Унда профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар, муниципаль берәмектәр етәкселәре лә ҡатнашты.

Тәүге һорау Өфөлә заманса сәнғәт үҙәген һалыу менән бәйле. Был обьект төҙөлөшө инвестиция сәғәтендә тәүгә генә ҡаралмай. Музей заманса сәнғәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индерер тип көтөлә. Унда рәссамдарҙың коллекциялары ҡуйыласаҡ һәм һаҡланасаҡ. Әле иһә күп ижадсылар картиналарын оҫтаханаларҙа һаҡлай. Республика етәксеһе объект баш ҡаланың архитектураһына тап килергә тейеш тип билдәләне. Үҙәктең проекты халыҡ-ара конкурс нигеҙендә әҙерләнә. Музейҙың майҙаны 10 мең квадрат метр буласаҡ.

Салауат ҡалаһында иһә көҙгө етештереү буйынса яңы линияны сафҡа индереү ҡарала, инвестиция проектын 2022 йылға тиклем тормошҡа ашырыла. Был цех яңы 22 эш урыны аса. Предприятие вәкилдәре республика етәкселегенән табышҡа һәм мөлкәткә һалымға ташламалар һораны.

Ишембайҙы ла күләмле төҙөлөш көтә, муниципаль берәмектә биатлон һәм тау саңғыһы трассаһын, һыу инеү зонаһын, ипподромды үҙ эсенә алған ял паркы төҙөү күҙаллана. Бында йүнәлтелгән инвестициялар күләме 1 миллиард 350 миллион һум. Эште өс этапта башҡарыу ҡарала.

Владимир Никитенко, "Тәйрүк" йәмғиәте генераль директоры: “Беҙҙең Тәйрук һымаҡ хозур урын эргә тирәләге бер ҡалала юҡ, бында бар уңайлыҡтары булған ял зонаһы төҙөргә була. Заманса һыу инеү урындары эшләргә, тау саңғыһы спортын үҫтерергә. Элек Тәйрукта олимпия чемпиондары күнекмәләр үткән, ә хәҙер ул ташландыҡ хәлдә. Беҙ биш йыл инде ошо зонаны төҙөкләндереү менән булышабыҙ. Финанслау менән проблема юҡ. Республика етәкселеге яғынан да аңлау булғас һөҙөмтә көттөрмәҫ тип әйтергә мөмкин”.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Салауат ҡалаһында быяла етештереү линияһы, ә Ишембайҙа ял зонаһы барлыҡҡа киләсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна