Салауат ҡалаһынан миллиондар урлап юғалған Хәйруллиндарҙың Рено Дастер автомобиле табылған

Салауат ҡалаһынан миллиондар урлап юғалған Хәйруллиндарҙың Рено Дастер автомобиле табылған https://bash.news/news/98831_salauat_alaynan_milliondar_urlap_yualan_xjrullindary_reno_daster_avtomobile_tabylan
19 июн 2019, 23:31

Тикшереүҙәр барышында, транспорт сараһының 2017 йылда ломбардҡа тапшырылған булыуы асыҡланған. Әлеге ваҡытта ул банкта залогта ҡала. Шул уҡ ваҡытта Луизаның ире Марат юғалыуҙарынан ике көн алда ғына 25 мең һумлыҡ сираттағы түләүҙе индергән.

Ҡатындың атаһы фекеренсә, ғаиләнең 6 миллион һумлыҡ йортонан тыш, ипотекаға алынған бер бүлмәле фатиры ла ҡалған. Ул ир менән ҡатындың икеһенә лә теркәлгән. Әлеге мәлдә ипотека буйынса бер кем дә түләүҙәр индермәй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Луиза Хәйруллина үҙе эшләгән банктан 23 миллион һум самаһы аҡса урлап ире һәм ике ҡыҙы менән ғәйеп булғайны.

Өс аҙнанан ашыу ваҡыт үтеп китте, был хәл буйынса күп төрлө фараздар йөрөһә лә, ошоғаса уларҙың яҙмышы тураһында бер нимә лә билдәле түгел. Шуға күрә криминал булыуы ла бик ихтимал, ти белгестәр.

Салауат ҡалаһынан миллиондар урлап юғалған Хәйруллиндарҙың Рено Дастер автомобиле табылған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Банер уфимская волна