Республиканың ваҡ мал аҫраған хужалыҡтарында һарыҡ йөнөн алыу эштәре тамамланыуға бара

Республиканың ваҡ мал аҫраған хужалыҡтарында һарыҡ йөнөн алыу эштәре тамамланыуға бара https://bash.news/news/98832_respublikany_va_mal_araan_xuzhalytarynda_ary_jnn_alyu_eshtre_tamamlanyua_bara
19 июн 2019, 23:33

Мортаза Солтанғолов урта мәктәптә уҡыған ваҡытынан һарыҡ йөнө ала. Был эшкә уны тыуған ауылындағы оҫталар махсус өйрәткән. Быйыл йәй һуңлап килеү сәбәпле, һарыҡ сайыры ла һуң ҡалҡҡан. Әммә көндәр йылыныу менән һарыҡ йөнөн алыусылар яратҡан шөғөләнә тотонған. Мортаза Солтанғолов бригадаһы фермер хужалыҡтарында көнөнә йөҙләгән һарыҡ йөнө алып бирергә ярҙам итә.

Мортаза Солтанғолов, һарыҡ йөнө алыусы: “Һарыҡ йөнө бик кәрәкле тип уйлайым, яҙғы йөндән ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләргә мөмкин, көҙгө йөндөң дә шифаһы ҙур”.

Оҫтаның ҡулына күҙ эйәрмәй. Һарыҡ йөнө Ырымбур ысыулы менән алына. Ваҡ малдың тояҡтары бәйләнмәй. Махсус ярыштарҙа австралиялылар хатта йөн алыуға ни бары бер минут ваҡыт сарыф итә икән.

Һарыҡ йөнө алыу өсөн иң ҡулай мәл сайыр ҡалҡҡан ваҡыт. Тиренән сайыр бүленә һәм йөн күпкә еңелерәк алына. Совет осорондағы ошо машинкалар ярҙамында тәжрибәһе булмаған кеше һарыҡ йөнөн биш-алты минутта ала.

Хужалыҡ етәксеһе билдәләүенсә, һарыҡ йөнөнә бөгөнгө баҙарҙа ихтыяж юҡ. Уны эшкәртеүсе предприятеларҙың күпселеге ябыҡ. Ил баҙарын осһоҙ вьетнам һәм ҡытайҙа етештерелгән тауарҙар баҫҡан. Бер һарыҡтан 3-3,5 килограм йөн алына, йөндөң хаҡы килограмына -9-15 һум самаһы тәшкил итә.

Фирғәт Ҡотлогилдин, "Шемәк" йәмғиәте директоры: “Йөнө берәүгә лә кәрәкмәй, йөнөнә хаҡ та юҡ. Һарыҡты ит өсөн генә тотабыҙ”.

Ә шулай ҙа, белгестәр ,ҡасандыр гөрләп торған һарыҡсылыҡ тармағын табышлы итеп эшләтеү юлдары бар тигән фекерҙә. Һөтө медицина препараттары әҙерләгәндә, мөгөҙө декоратив -биҙәү сәнғәтендә ҡулланыла. Тиреһен юғары технология менән эшкәртеп, ниңә үҙебеҙҙә сифатлы тундар текмәҫкә?Тармаҡта сеймал эшкәртеүҙә һорауҙар күп. Әйткәндәй, Йәрмәкәй районы Тарҡаҙы ауылында һарыҡ йөнөнән кейеҙ әйберҙәр етештереү бик популяр шөғөл. Улар ерле халыҡта ҙур һорау менән ҡулланыла. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты технология факультетында һарыҡ йөнөн эшкәртеү һәм ҡулланыуға өйрәтеүсе махсус оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Кейеҙ һуғыу студияһында йәштәр бие теләп шөғөлләнә.

Гүзәл Вәлиева, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты технология факультеты уҡытыусыһы, педагогия фәндәре кандидаты: “Беҙ Урал аръяғы мәктәптәре өсөн технология уҡытыусылары әҙерләйбеҙ, улар кейеҙ студияһында ла бик теләп шөғөлләнә, беҙҙең оҫталыҡ дәрестәрен алған йәштәр юғалып ҡалмай, үҙ эшен аса”.

Һарыҡсылыҡ тармағы республикала үҫешә, әммә уны табышлы эшләтеү юлдарын хәл итәһе бар. Итен-ризыҡҡа, йөнөн,тиреһен теген һәм бәйләү цехтарында, һөтөн медицинала, мөгөҙөн биҙәү сәнғәттендә ҡулланырға мөмкин. Төбәктә кейеҙ, быйма баҫыусылар һаны арта. Һәр район үҙәгендә юғары технологиялы тире эшкәртеү цехтары, йә артелдәр асҡанда,сит илдән тундар ташымаҫ инек. Ә үҙ эшен асырға теләгән йүнселдәргә халыҡ кәсебен тергеҙеүгә һәм үҫтереүгә ҡурҡмай тотонорға ғына ҡала.

Автор: Гүзәл Борханова.

Республиканың ваҡ мал аҫраған хужалыҡтарында һарыҡ йөнөн алыу эштәре тамамланыуға бара

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Банер уфимская волна