Радий Хәбиров Сибайҙағы хәлгә аңлатма бирҙе

Радий Хәбиров Сибайҙағы хәлгә аңлатма бирҙе https://bash.news/news/98847_radij_xbirov_sibajay_xlg_alatma_bire
20 июн 2019, 10:00

Республика етәксеһе был турала социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙған. Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, ҡалалағы экологик хәл уның шәхси күҙәтеүендә ҡала. Күсмә лабораториялар эшләүен дауам итә. Тикшереүҙә теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

Радий Хәбиров Сибайҙағы хәлгә аңлатма бирҙе
Радий Хәбиров Сибайҙағы хәлгә аңлатма бирҙе

“Һауала көкөрт диоксиды миҡдары артыуы һирәк һәм карьер янында ғына күҙәтелә, норманан күп тапҡырҙарға артмай. Табиптар хәлде контролдә тота. Сирлеләрҙең артыҡ күп булыуы теркәлмәгән. Балалар һәм өлкәндәр шифаханаларҙа ял итте. “Урал тау-металлургия компанияһы” 200 миллион һум бүлде. Карьерҙы һыу менән тултырыу графиктан уҙып алдараҡ алып барыла. Көҙгә бер ниндәй ҙә етешһеҙлектәр ҡалмаясаҡ. Бөтә мәғлүмәт миңә еткерелә һәм уны ентекле тикшерәм,” – тигән Радий Хәбиров. Республика етәксеһе ҡала халҡына ҡотҡоға бирелмәҫкә саҡырҙы. Был аҙнала Радий Хәбиров Сибайға барырға йыйына.

Юлдаш
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Когда отремонтирую ваш подъезд