Бөгөн Владимир Путин халыҡ һорауҙарына яуап бирә

Бөгөн Владимир Путин халыҡ һорауҙарына яуап бирә https://bash.news/news/98856_bgn_vladimir_putin_xaly_orauaryna_yauap_bir
20 июн 2019, 12:00

Президент менән тура элемтә Өфө ваҡыты менән 14 сәғәттә башлана. Тапшырыуҙы төп федераль телеканалдар тура эфирҙа күрһәтә, шулай уҡ үҙәк радиостанцияларҙа тыңларға була. Былтырғы кеүек үк дәүләт башлығы халыҡ һорауҙарына яуап биргән осраҡта, министрҙар һәм төбәк етәкселәре менән тура элемтәгә сығырға йыйына. Һорауҙар телефон һәм интернет аша ҡабул ителә.

Бөгөн Владимир Путин халыҡ һорауҙарына яуап бирә
Бөгөн Владимир Путин халыҡ һорауҙарына яуап бирә

Әле 1 миллиондан ашыу мөрәжәғәт алынған. Кремлдән хәбәр итеүҙәренсә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, бәләкәй бизнес, мәғариф, һаулыҡ һаҡлауға бәйле күп һорауҙар ҡабул ителгән. Владимир Путин президент булараҡ халыҡ һорауҙарына иҫәп буйынса 17-се тапҡыр яуап бирә. Былтыр 2 миллион ярым һорау килгән. Тапшырыу 4 сәғәт 20 минут барҙы, президент ошо ваҡыт эсендә 79 һорауға яуап бирҙе.

Юлдаш
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд