Легендар командир Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыу билдәләнә

Легендар командир Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыу билдәләнә https://bash.news/news/98870_legendar_komandir_milele_shajmoratovty_tyuyuyna_120_jyl_tulyu_bildln
20 июн 2019, 15:00

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ошо туралағы указға ҡул ҡуйҙы. Республика Хөкүмәтенә юбилей саралары планын төҙөү һәм раҫлау бурысы йөкмәтелә.

Легендар командир Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыу билдәләнә
Легендар командир Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыу билдәләнә

Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 1-се кавалерия полкын етәкләй. 1941 йылдың декабренән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры. Атлылар Дондан Эльбаға тиклем барып етә. Дивизияның 4 меңгә яҡын һалдаты орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә, 78 хәрбигә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, 5 кеше Дан орденының тулы кавалеры. Миңлеғәле Шайморатов Донбасс өсөн барған ҡаты алышта – 1943 йылдың 23 февралендә батырҙарса һәләк була.

Юлдаш
Новости партнеров
Банер уфимская волна