Башҡортостанда 47 сәйәси фирҡә эшләй

Башҡортостанда 47 сәйәси фирҡә эшләй https://bash.news/news/98916_bashortostanda_47_sjsi_fir_eshlj
20 июн 2019, 22:50

Парламентҡа инмәгән партиялар йоҡоһонан уянырға тейеш. Был турала бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев сәйәси фирҡәләрҙең Башҡортостан бүлексәләре вәкилдәре менән осрашыуҙа белдерҙе.

Рәсәйҙә бөтәһе 61 партия иҫәпләнә, 47 сәйәси фирҡәнең Башҡортостанда төбәк бүлексәһе бар. Константин Толкачев әйтеүенсә, күп ойошмаларҙың исеме бар, есеме юҡ. Йәғни, улар ҡағыҙҙа ғына, ә сәйәси эшмәкәрлекте бөтөнләй алып бармай, йәмәғәтселек менән эшләмәй. Ағзалары ла тиҫтәләрсә генә. Миҫал өсөн, "Социаль реформалар, тәбиғи ресурстарҙан табыш -халыҡҡа партияһының" төбәк бүлексәһендә ни бары 4 кеше, "граждандар инциативаһы"нда 7 кеше теркәлгән.

Тағы 4 бүлексәлә 10-12 ағза. Сағыштыртыу өсөн, "Ғәҙел Рәсәй"ҙең 4 мең 196, Коммунистарҙың 3 мең 800, Либерал-демократик партияның 3 мең 270 ағзаһы бар. Осрашыуҙа бәләкәй партия вәкилдәрен әүҙемерәк булырға саҡырылды. Уларҙың алдынғы идеяларын да ыңғай юҫыҡта, ҡануниәтте камиллаштырыуҙа ҡулланырға мөмкин.

Осрашыуҙа күп партияларҙың муниципаль кимәлдә эш алып бармауы ла билдәләнде, улар тик юғары даирәләргә генә ынтыла. Ә төп башланғыстар тап ауыл, район депутаттары тарафынан һалына, тине Константин Толкачев. Һөйләшеү барышында һайлауҙарға әҙерлек, сәйәси компанияны ҡанундарға таянып үткәреү хаҡында ла һүҙ барҙы.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башҡортостанда 47 сәйәси фирҡә эшләй

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество