Башҡортостанда 390 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә

Башҡортостанда 390 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә https://bash.news/news/98924_bashortostanda_390_yay_feldsherakusherly_punkty_tl
20 июн 2019, 23:41

"Сәләмәтлек" милли проекты сиктәрендә Рәсәйҙә шул иҫәптән Башҡортостанда ла 390 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә, мең ике йөҙө ремонтлана. Был турала бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин халыҡ менән тура элемтә барышында белдерҙе.

Һаулыҡ һаҡлау темаһына Владимир Путин шаҡтай ҙур иғтибар бүлде. Дәүләт башлығы тармаҡта кисекмәҫтән хәл итеү бурысы торған өс ҙур мәсьәләне атаны. Улар беренсенән, һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһы һүлпән эшләүе, икенсеһе, табиптарға ҡытлыҡ, өсөнсөһө, дарыуҙар менән тәьмин итеү. Президент төбәк властарына төпкөлгә белгестәр йәлеп иткәндә уларҙың торлаҡ мәсьәләһенә иғтибар бүлеү һәм аҡ халатлыларҙы юғары эш хаҡтары менән дәртләндереү кәрәклеген билдәләне.

Элемтә барышында Президентҡа барлығы миллион алты йөҙ мең һорау ҡабул ителде. Улар тәү сиратта түбән эш хаҡы, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡтар юғары булыуына бәйле. Һорауҙарға яуап биргәндә, Владимир Путин бер нисә йыл дауамында Рәсәй халҡы килеме кәмей барыуын билдәләне, әммә һуңғы осорҙа улар бер аҙға арта төштө. Етештереү күләме үҫә, инфляция кәмей. Бер үк ваҡытта халыҡтың килеме кәмеүе кредиттар менән дә бәйле. Владимир Путин Үҙәк банк вәкилдәрен процент ставкалары юғары булыуына иғтибар итергә ҡушты. Тура элемтә барышында иң күп яңғыраған һорауҙарҙың береһе шулай уҡ сүп-сар реформаһына ҡағылды. Президент был өлкәлә үҙгәрештәр күптән өлгөрөп еткән, закон үтәлешен тәьмин итеү буйынса төбәк башлыҡтары яуаплы буласаҡ тип белдерҙе.

Владимир Путин, Рәсәй Федерацияһы Президенты: «С этого момента начали и говорить, и решать на всех уровнях. Выяснилось, что мы десятилетиями накапливали мусор и никто этим не занимался. Мы генерируем 70 млн тонн отходов ежегодно. На этом сказывается и то, что мы превратились в общество потребления. Конечно, мы будем решать проблему с мусором. То, что показали сейчас, - это безобразие. С этим нужно разбираться. Совсем недавно мы приняли решение: я предоставил губернаторам право выбирать, кто будет работать с контейнерными площадками. Мне безразлично, кто, но пусть делают и этим занимаются. Я буду приглядывать за этой темой».

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Башҡортостанда 390 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Банер уфимская волна