Башҡортостан мәктәптәрендә аттестат тапшырыу тантаналары үтә

Башҡортостан мәктәптәрендә аттестат тапшырыу тантаналары үтә https://bash.news/news/98928_bashortostan_mktptrend_attestat_tapshyryu_tantanalary_t
20 июн 2019, 23:45

Бөгөн Республика инвалид балаларҙы дистанцион уҡытыу үҙәгенең дә сығарылыш кисәһе үтте. Быйыл мәғариф учреждениеһын 80 уҡыусы тамамланы. Араларында тик "бишле" билдәләренә генә өлгәшкәндәр бар. Улар Берҙәм дәүләт имтихандарын да уңышлы тапшырған.

Мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы дистанцион уҡытыу үҙәгенең республика буйынса 8 филиалы эшләй. Уларҙа барлығы 554 бала белем ала. Шуларҙың һигеҙ тиҫтәләбе аттестат алыуға баш ҡалаға махсус саҡырылды.

Әйткәндәй, күптәр белемдәрен камиллаштырыу ниәтендә, Юғары уҡыу һәм урта махсус уҡыу йорттарына инеү теләген белдергән.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башҡортостан мәктәптәрендә аттестат тапшырыу тантаналары үтә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд