Республика етәксеһе Сибайҙа Хәтер митингында ҡатнашып мәңгелек утҡа сәскәләр һалды

Республика етәксеһе Сибайҙа Хәтер митингында ҡатнашып мәңгелек утҡа сәскәләр һалды https://bash.news/news/99059_respublika_etksee_sibaja_xter_mitingynda_atnashyp_mgelek_uta_ssklr_aldy
22 июн 2019, 22:18

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 300 меңдән ашыу яҡташыбыҙ яу яланында башын һала. Ул ваҡытта Сибай ҡасабаһы фронт һыҙығында 350 аҫыл ул һәм ҡыҙын юғалта. Хәбәрһеҙ юғалғандарҙың исемдәрен асыҡлау әле булһа ла дауам итә.

Сибайҙан Ефим Назаров фронтҡа 1941 йылда алына һәм хәбәрһеҙ юғала. Уның ерләнгән урыны былтыр ғына асыҡлана. Эҙәрмәндәр яугирҙы жетоны буйынса Ленинград эргәһендәне туғандар ҡәберлегендә таба.

Яу ҡаһарманының һөйәктәре бөгөн тыуған яғына тапшырылды. Һалдаттың медальоны хәҙер ҡыҙы Тамара Соловьева ла һаҡланасаҡ. Беҙ халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығын һәм еңеүҙең ниндәй хаҡ менән яулап алыныуын оноторға тейеш түгелбеҙ, тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе Сибайҙа Хәтер митингында ҡатнашып мәңгелек утҡа сәскәләр һалды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа