Сибай ҡалаһында «Урал аръяғы» инвестиция форумы башланды

Сибай ҡалаһында «Урал аръяғы» инвестиция форумы башланды https://bash.news/news/99060_sibaj_alaynda_ural_aryay_investiciya_forumy_bashlandy
22 июн 2019, 22:19

Сибай 11 дәүләт вәкилдәрен ҡабул итә. Сит ил ҡунаҡтары Башҡортостанға “Урал арьяғы” инвестиция форумында ҡатнашыу өсөн килгән. Абруйлы сарала Колумбия, Малайзия, Һиндостан илдәренән ирекмәндәр ҙә ҡатнаша. Күләме һәм ойоштороу кимәле менән тотош республиканы шаулатҡан форумдың һөҙөмтәләре хаҡында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Халыҡ-ара кимәлдә ойошторолған абруйлы форумдың маҡсатын бер һөйләм менән аңлатырға мөмкин, көньяҡ зонала халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу. Йәғни инвесторҙарға булышлыҡ күрһәтеп иҡтисадты күтәреү, өҫтәмә эш урындары булдырыу. Радий Хәбиров белдереүенсә, көньяҡ райондарҙың йәшәйешенә яңы һулыш өрөү. Ә инвесторҙар өсөн йәшерен көрәш бара. Эшҡыуарарҙы йәлеп итерлек уңайлы шарттар тыуҙырыу, урындағы мөмкинлектәр менән таныштырыу шарт.

Һәр район, ҡала етәксеһе форумға яңы бәйләнештәр булдырырға, инвесторҙар табырға тип килә. Мәҫәлән, бөрйәндәр туризмды үҫтереү мөмкинлектәрен эҙләй, ә сибайҙар төйәләҫ буйында ҡымыҙ киптереү цехы буйынса ниәт килешеүе төҙөнө.

Форумда тиҫтәнән ашыу секция эшләне.Улар төрлө тармаҡтарҙы үҙ эсенә аоа. Мәҫәлән, экология буйынса түңәрәк өҫтәлдә сүп-сар сығарған өсөн өлкәндәр һәм балалар өсөн айырым хаҡ ҡуйыу, тикшереү органдарының эшен көйләү темаһы ҡаралды.

Форум сиктәрендә 900 миллион һумдан ашыуға иҫәпләнгән өс инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйылды, был проекттар алты тиҫтә өҫтәмә эш урыны асыр тип көтөлә. Бынан тыш 68 миллиард һумға иҫәпләнгән ниәт килешеүҙәре лә ҡабул ителде. Белгестәр фекеренсә, Инвестиция форумының шаңдауын киләсәктә лә тағы тоясаҡбыҙ әле'

Форум пленар ултырыш, түңәрәк өҫтәлдәп менән генә сикләнмәй. Ҡала паркында бай йөкмәткеле күргәҙмә әҙерләнгән. Бында халыҡ кәсептәрен дә, ҡул эштәрен дә күрергә мөмкин. Ҡунаҡтар араһында билдәле голливуд актеры Стивен сигал да бар. Ул экспонаттарҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап сыҡты.Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була тиһәләр ҙә форумдың шыма, әммә һөҙөмтәле үтте. Хәҙер инде уның икенсе этабы- тормошҡа ашырыу мәле башлана, проекттарҙың ҡағыҙҙа ғына ҡалмауы,тормошҡа ашыуы төп маҡсат.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Сибай ҡалаһында «Урал аръяғы» инвестиция форумы башланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд