1 июлдән тотош ил күләмендә коммуналь хеҙмәттәр өсөн тарифтар арта

1 июлдән тотош ил күләмендә коммуналь хеҙмәттәр өсөн тарифтар арта https://bash.news/news/99178_1_iyuldn_totosh_il_klmend_kommunal_xemttr_sn_tariftar_arta
24 июн 2019, 22:37

Республикала хаҡтар уртаса кәмендә 2 процентҡа күтәрелер тип күҙаллана. Был Волга буйы федераль округына ингән төбәктәр араһында иң түбән күрһәткестәрҙең береһе булып иҫәпләнә. Был турала бөгөн Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Бурдюк белдерҙе.

1 июлдән хаҡ һыу менән тәьмин итеү, һыуҙы түгеү, йылылыҡ энергияһы, электр энергияһы һәм тәбиғи газ өсөн күтәрелә. Коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүсе төбәк опеаторҙарының тарифы үҙгәрешһеҙ ҡала.

Коммуналь түләүҙәр өсөн сығымдарҙың күпселек өлөшө йылылыҡ энергияһына тура килә. Оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров, юғалтыуҙарҙы кәметеү маҡсатында республика кимәлендә йылылыҡты һаҡлау программаһын ҡабул итергә ҡушты.

Кәңәшмәлә шулай уҡ медицина учреждениеларын белгестәр менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә күтәрелде. Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин билдәләүенсә, әле республиканың күпселек район-ҡалаларында был йәһәттән ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Төбәктәргә ҡайтҡан табиптарға торлаҡ бүлеү, аҡсалата дәртләндереү буйынса ла саралар күрелә. Шул уҡ ваҡытта проблемалы муниципалитеттар ҙа бар. Шуларҙың береһе Салауат ҡалаһы. Радий Хәбиров унда Һаулыҡ һаҡлау министрлығының күсмә коллегияһын үткәрергә ҡушты. Район-ҡалалар етәкселәренә бер аҙна эсендә медицина белгестәренә дефицитты кәметеү йүнелешендә күрелгән саралар тураһында мәғлүмәт әҙерләү бурысын ҡуйҙы.

1 июлдән сауҙа кәштәләрендә һөт ризыҡтарын урынлаштырыуҙың яңы тәртибе ғәмәлгә инә. Тәбиғи аҡ яһалма продукттарҙан айырым ҡуйыласаҡ. Был туралағы мәғлүмәтте оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин еткерҙе. Радий Хәбиров фекеренсә, яңы ҡағиҙә һатып алыусыларға һөт ризыҡтарын дөрөҫ һайларға мөмкинлек бирә. Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү дәүләт программаһы буйынса Башҡортостан муниципаль берәмектәре федераль ҡаҙнанан 15 миллиард ярым һумлыҡ субсидияға дәғүә итә ала. Был турала Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов белдерҙе.

Был аҡсаларҙы торлаҡ төҙөлөшө, һыу һәм газ үткәргестәрен яңыртыу, биләмәләрҙе төҙөкләндереү маҡсатында ҡулланырға мөмкин. Заявкаларҙың күпселек өлөшө Саҡмағош, Мәләүез, Бүздәк, Яңауыл һөм Благовар райондарынан ҡабул ителгән. Ә инде Туймазы, Белорет, Әлшәй, Ғафури һәм Нуриман райондары заявкаларында ни бары бер, ике объект күрһәтеү менән генә сикләнгән.Радий Хәбиров дәүләт программаһында ҡатнашыуҙа һүлпәнлектең сәбәптәрен асыҡларға һәм талап ителгән методик ярҙам күрһәтергә ҡушты.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

1 июлдән тотош ил күләмендә коммуналь хеҙмәттәр өсөн тарифтар арта

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа