«Алға» транспорт картаһы һатыуға сыҡты

«Алға» транспорт картаһы һатыуға сыҡты https://bash.news/news/99181_ala_transport_kartay_atyua_syty
24 июн 2019, 22:44

Уны ғәмәлгә индереү барышы бөгөн Республика йортонда Радий Хәбиров етәкселегендә үткән транспорт сәғәтендә ҡаралды. Буш карта үҙе 50 һум тора, уны электрон янсыҡ тип атарға мөмкин. "Алға" картаһын 1 июлдән ҡуллана башларға була, уның менән транспорт сараларында иҫәпләшергә мөмкин буласаҡ.

Был мәлгә пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнгән 6 мең тирәһе ойошманың яртыһы кәрәкле терминалдар менән йыһазландырылыр тип көтөлә. Карта аша иҫәпләшеү билет алыуға ҡарағанда осһоҙғараҡ төшә. Мәҫәлән, автобусҡа билет 25 һум торһа, электрон карта аша хаҡ 20 һум тирәһе буласаҡ. Бынан тыш, уның менән тотош республика буйынса хәрәкәт итергә мөмкин.

Киләсәктә картаны Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә дә ҡулланыу мөмкинлеге ҡарала. 1 сентябрҙән уңайлы тариф сеткаһы тәҡдим ителәсәк, карталарҙың төрлө ваҡытҡа иҫәпләнгәне һатыуға сығарыласаҡ. Мәҫәлән, бер йылға лимитһыҙ картаны алып төрлө транспорт сараларында йөрөргән мөмкин буласаҡ. Бер сәғәтлек тариф та ҡарала, йәғни ошо арауыҡ эсендә бер транспорттан икенсеһенә күсеп ултырһаң өҫтәмә хаҡ түләргә кәрәкмәйәсәк.

Тимур Мөхәмәтйәнов, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе: “Яңы системаға күсеү этап менән алып барыласаҡ, пассажир ташыусылар әҙер булыу менән карта алымына күсә, ниндәйҙер штраф санкциялары ҡаралмаған. Терминалдар менән йыһазландырыу эшен 1 сентябргә тамамларға иҫәп тотабыҙ”.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

«Алға» транспорт картаһы һатыуға сыҡты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна