Шишмә шәкәр заводында яңы цех асыла

Шишмә шәкәр заводында яңы цех асыла https://bash.news/news/99226_shishm_shkr_zavodynda_yay_cex_asyla
25 июн, 15:04

Сибайҙа үткән Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында ошо туралағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Быға тиклем шәкәр сөгөлдөрөнөң ҡалдыҡтары ергә күмелгән. Ә 2016 йылдан уларҙан мал аҙығы етештерелә башлаған. Башта уның күләме әҙ булған.

Шишмә шәкәр заводында яңы цех асыла
Шишмә шәкәр заводында яңы цех асыла

Яңы цех асыу һәм предприятиены төҙөкләндереү өсөн 450 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Сығымдарҙың бер өлөшө республика ҡаҙнаһы иҫәбенә ҡаплана.

Шишмә шәкәр заводының техник директоры Николай Шейн белдереүенсә, йылына 30 мең тонна мал аҙығы сығарыу планлаштырыла.

Шишмә шәкәр заводында яңы цех асыла

Яңы цехта өҫтәмә эш урындары ла барлыҡҡа килә. Продукцияны Рәсәй төбәктәренән тыш сит илдәргә оҙатыу ҙа ҡарала, ти шәкәр заводы генераль директоры Юрий Баримбойн.

Шишмә шәкәр заводында яңы цех асыла

Юлдаш
Новости партнеров
Минземимущество