«Башҡортостан лидерҙары» проектында ҡатнашыу өсөн анкеталар ҡабул ителә

«Башҡортостан лидерҙары» проектында ҡатнашыу өсөн анкеталар ҡабул ителә https://bash.news/news/99273_bashortostan_liderary_proektynda_atnashyu_sn_anketalar_abul_itel
25 июн 2019, 22:49

"Башҡортостан лидерҙары" проектында еңеүселәргә етәксе вазифалары тәҡдим ителәсәк. Әле унда ҡатнашыу өсөн анкеталар ҡабул ителә. Бер аҙна эсендә генә проектҡа 3 мең ярым документ килгән. Был турала Республика башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин бөгөн журналистар менән осрашыуҙа белдерҙе.

"Башҡортостан лидерҙары" проекты республикала 17 июндә старт алды. Яңы быуын командаһын төҙөү Радий Хәбировтың тәҡдиме менән башланған. Әле проектҡа килгән анкеталарҙың 97 проценты республика йәшәүселәрҙән, шулай уҡ ситтән дә мөрәжәғәт итеүселәр бар. Күп осраҡта улар сығышы менән Башҡортостандан. Анкета ебәреүселәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар 15 процент ҡына, төп өлөштө ир-егеттәр биләй.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, әле күберәк 35 йәшлектәр мөрәжәғәт иткән. Проект ике өлөштән тора, тәүгеһе йәш лидерҙар өсөн, был конкурста ҡатнашыу йәше 18-ҙән 35-кә тиклем тип билдәләнгән. Ярыш биш этапты үҙ эсенә ала. Һуңғы турға етеүселәр үҙ проектын яҡлай, иң уңышлыларын инвестиция сәғәтенә сығарыу ҙа күҙаллана.

Александр Сидякин, Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе: “Халыҡтың аңында юғары вазифаларға туған-тумаса, әшнәлек ярҙамында ғына үрләп була, арттан этеүсе кәрәк тигән фекер һеңгән. Беҙ уны юҡҡа сығарырға, белемең, һәләтең менән юл ярырға мөмкин икәнде аңлатырға, йәш быуындың ҡарашын үҙгәртергә тейешбеҙ. Шуға күрә лә мин был проектта остаз булырға ризалаштым. Беҙ команданы заманса фекерләй белгән, көслө кадрҙар менән тулыландырырға тейешбеҙ”.

Проекттың икенсе өлөшө "2020-2025 йылдарҙың идарасы командаһы" тип атала, унда 25-тән 45 йәшкә тиклемге кешеләр үҙ көсөн һынай ала. Юғары белем һәм идара тәжрибәһе булыуы мотлаҡ талаптарҙың береһе. Конкурс 17 июндән август аҙағына тиклем дауам итә, сайтта 11 июлгә тиклем теркәлергә мөмкин. Тәүге этап үҙең тураһында 3 минутҡаса видеояҙма һәм анкета ебәреүҙән тора, икенсе турҙа дистанцион, өсөнсөһөндә осрашып әңгәмәләшеү ҡаралған. Һынауҙы уңышлы үтеүселәрҙе декабрҙә финал ярышы көтә.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

«Башҡортостан лидерҙары» проектында ҡатнашыу өсөн анкеталар ҡабул ителә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд