Юғары уҡыу йорттарының сығарылыш курс уҡыусылары диплом эштәрен яҡланы

Юғары уҡыу йорттарының сығарылыш курс уҡыусылары диплом эштәрен яҡланы https://bash.news/news/99277_yuary_uyu_jorttaryny_syarylysh_kurs_uyusylary_diplom_eshtren_yalany
25 июн 2019, 22:55

Һуңғы имтихан. Бөгөн Өфө дәүләт авиация техник университетының Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән яҡлау факультеты студенттары сығарылыш квалификация эштәрен яҡланы. Юғары уҡыу йортонда биш йыл белем алған йәштәр сауҙа ойошмаларында, завод, фабрикаларҙа янғын хәүефһеҙлеге талаптарының үтәлешенә анализ яһай.

Шулай уҡ эштәрендә урман янғынын иҫкәртеү буйынса саралар планын төҙөүселәр ҙә булды. Факультет белгестәр әҙерләүҙә төрлө министрлыҡ, ведомстволар, муниципаль учреждениелар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, студенттар республиканың янғын частарында, алдынғы предприятиеларҙа практика үтә.

Әлиә Хәмәтнурова, Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты: “Өфөнөң яңы микрорайонында объект төҙөлә, унда янғынды иҫкәртеү буйынса ҡорамалдар ҡуйыла минең проект буйынса. Мин шатмын бында уҡығанға, ышанам киләсәктә яҡшы белгес булыуыма”.

Юғары уҡыу йортонда Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән яҡлау факультеты 2001 йылда барлыҡҡа килә. Кластар практик дәрестәр ойоштороуға заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, урында янғын һүндереү техникаһы күргәҙмәһе лә бар.

Сергей Аксенов, янғын хәүефһеҙлеге кафедраһы мөдире, иҡтисад фәндәре докторы: “Ун биш йыл элек факультетта Янғын хәүефһеҙлеге кафедраһы асылғайны, ошо ваҡыт эсендә уны ярты меңдән ашыу студент тамамланы. Йәштәрҙең күбеһе нефть эшкәртеү предприятиеларында, хеҙмәт һағы өлкәһендә эшләй”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Юғары уҡыу йорттарының сығарылыш курс уҡыусылары диплом эштәрен яҡланы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна