Күгәрсен районында «Мораҙымдың моңло хазинаһы» таланттар фестивале үтте

Күгәрсен районында «Мораҙымдың моңло хазинаһы» таланттар фестивале үтте https://bash.news/news/99279_kgrsen_rajonynda_moraymdy_molo_xazinay_talanttar_festivale_tte
25 июн 2019, 22:56

Күгәрсен районында йылдан-йыл халыҡ моңон, йолаларын, көнкүрешен яҡтыртыусы саралар уҙғарылып тора. Райондың йөҙөк ҡашы, Мораҙым тарлауығы, тәбиғәт паркында үткән "Мораҙымдың моңло хазинаһы" район халыҡ таланттары фестивале шуларҙың береһе. Быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторолған ижади бәйге республиканың 100 йыллығына арналды.

Фестиваль майҙанында урындағы халыҡтың йола, ғөрөф-ғәҙәт һәм кәсептәрен сағылдырылған күргәҙмә ойошторолдо. Күгәрсендәр иң яҡшы салғысыны ла фестиваль барышында асыҡланы. Сәскәнән таҡыя үреүгә оҫта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа һәләтен конкурста һынап ҡараны.

Бөгөнгө сарала ошолай баштарға сәскәләрҙән үреп тип иғлан иткәс мин бигерәк ҡыуанып, шуға шатланып үреп ултырам, бала-сағымда иҫкә төшөрөп. Ошо сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе әйтәбеҙ, йәштәр ылыҡһындар, күберәк булһындар йылдан- йыл, саралар үтеп торһондар.

Байрамда район оҫталары ғына түгел, күрше район һәм ҡалаларҙан килеүселәр ҙә бар ине. Улар өсөн хозур тәбиғәт ҡосағында ойошторолған күркәм фестиваль күңел асыу һәм ял итеү өсөн яҡшы форсат булды.

Күгәрсен районында «Мораҙымдың моңло хазинаһы» таланттар фестивале үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа