Австрияның баш ҡалаһында Башҡортостан көндәре уҙҙы

Австрияның баш ҡалаһында Башҡортостан көндәре уҙҙы https://bash.news/news/99360_avstriyany_bash_alaynda_bashortostan_kndre_uy
26 июн 2019, 22:54

Республиканың рәсми делегацияһын Радий Хәбиров етәкләне. Сәфәрҙең эшлекле программаһында, Австрияның власть һәм бизнес даирәһе вәкилдәре менән осрашыуҙар ойошторолдо. Радий Хәбиров Венаның үҙәк вокзалында ла булды.

Бында уға транспорт өлкәһендә инфраструктура проекттары тураһында һөйләнеләр. Ҡаланың Музей кварталында башҡорт халҡы мәҙәниәте, көнкүреше һәм аш-һыуҙары менән таныштырған милли ихата ойошторолдо. Ошонда уҡ Һабантуй үткәрелде. Байрамда Башҡортостан сәнғәте оҫталары сығыш яһаны. Концертта Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, “Арғымаҡ”, “Каруан” төркөмдәре, Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов һәм башҡа сәнғәт әһелдәре ҡатнашты.

Һуңғы арала Башҡортостан менән Австрия араһында хеҙмәттәшлек әүҙемләшә бара. Былтыр, мәҫәлән, ике төбәк араһында тауар әйләнеше 17 процентҡа артҡан. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов әйтеүенсә, эшлекле бәйләнештәрҙе артабан да үҫтереү өсөн мөмкинлектәр ҙур.

Австрияның баш ҡалаһында Башҡортостан көндәре уҙҙы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа