73-сө йәшендә Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин ауыр сирҙән вафат булды

73-сө йәшендә Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин ауыр сирҙән вафат булды https://bash.news/news/99365_73s_jshend_nurmxmt_xrt_nimtullin_auyr_sirn_vafat_buldy
26 июн 2019, 22:59

Башҡортостандың мосолман йәмәғәтселеге ауыр юғалтыу кисерҙе. 73-сө йәшендә 27 йыл дауамында Башҡортостан мосолмандары диниә назаратын етәкләгән, мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин ауыр сирҙән вафат булды.

Нурмөхәмәт Мәғәфүр улы Ниғмәтуллин 1946 йылдың 8 декабрендә Сибай ҡалаһында дини ғаиләлә донъяға килә. 1971-1975 йылдарҙа Бохараның "Мир-ғәрәп" мәҙрәсәһендә белем ала. 1979 йылда Әл-Бохари Ислам институтын тамамлай. 1980-1982 йылдарҙа Сүриәнең Дамаск ҡалаһындағы ислам институтында белем ала.

Хеҙмәт юлын ул мөфтөй Тәлғәт Тажетдин янында Рәсәйҙең Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары диниә назаратының яуаплы сәркәтибе булып башлай. Артабан Өфө йәмиғ мәсете имам хатибы була. 1992 йылдың 21 авгусында Нурмөхәмәт Мәғәфүр улы яңы ойошторолған Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесе итеп һайлана. Ул шулай уҡ "Рәсәй мөфтөйҙәр шураһы" үҙәкләштерелгән мосолман дини ойошмаһының рәйестәше лә була.

Нурмөхәмәт хәҙрәттең ислам тәғлимәтенә хеҙмәт йылдары ауыр, әммә изге, сабырлыҡ һәм тәрән аҡыл талап иткән эшкә арналды. Нурмөхәмәт хәҙрәт Башҡортостандың мосолман өммәтен берләшеүгә, ислам ғилеме һәм дин таратыуҙың иң яҡшы традицияларын һаҡлауға йүнәлтте.Татыулыҡ һәм граждандар тыныслығын нығытыуға индергән өлөшө өсөн ул, Башҡортостан республикаһының Почет грамотаһы һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде.

Ислам тәғлимәтен ихлас таратыуы, рухи һәм ағартыу эшмәкәрлеге менән ул тыуған төйөгендә һәм унан ситтә барлыҡ мосолмандарҙың һөйөүен һәм абруйын ҡаҙанды. Күренекле дин әһеле, рухи остаз һәм оло йөрәкле кеше тураһында яҡты иҫтәлек йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Некрологҡа республика етәксеһе Радий Хәбиров, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һөм башҡа рәсми вәкилдәр ҡул ҡуйған.

Мәрхүм менән хушлашыу 27 июнь иртәнге сәғәт 11-ҙә Өфөнөң "Ихлас" мәсетендә үтә.

73-сө йәшендә Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин ауыр сирҙән вафат булды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа