Ҡытай студенты журналистика буйынса рус телендә диплом яҡланы

Ҡытай студенты журналистика буйынса рус телендә диплом яҡланы https://bash.news/news/99366_ytaj_studenty_zhurnalistika_bujynsa_rus_telend_diplom_yalany
26 июн 2019, 23:00

Был Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты тарихында тәүге осраҡ. Сяобинь Дун Башҡортостанға алты йыл элек күсенә. Башта телде өйрәнеү буйынса әҙерлек курсттары үтһә, бөгөн төркөмдәштәрен таҙа аралашыуы менән хайран ҡалдыра.

Сяобинь Дун сығарылыш квалификация эше өҫтөндә бер йыл самаһы эшләй. Башта туған телендә Ҡытай гәзит-журналдарының тарихы, эшмәкәрлеге менән танышһа, артабан ул барлыҡ материалға анализ яһап, рус теленә тәржемә итә. Һәр бер һүҙ атылған уҡ кеүек, шуға егет диплом эшен яҡлауға етди ҡарай. Алты йыл эсендә ул иркен аралашырға өйрәнгән, иң мөһиме - әңгәмәсене лә аңлай. Киләсәккә пландары ла ҡоролған.

Сяобинь Дун, Башҡорт дәүләт университеты студенты: “Өфөләге юғары уҡыу йортон тамамлауыма ҡыуанам, сөнки бында тыныс, иркен. Туғандарһыҙ, яңғыҙ йәшәү генә ялҡытты. Шуға ҡулыма диплом алғас тыуған яғыма ҡайтырға теләйем. Унда тәржемәсе, йә рус теле уҡытыусыһы булырға ине”.

Сяобинь Дун йәшермәй, рус теле грамматикаһы ла ҡатмарлы. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инеү ҙә еңелдән булмай. Һәр бер зачет-имтихан тапшырыу ауырға төшә. Шуға ҡарамаҫтан ,егет Рәсәйҙә белем алыуына үкенмәй, белем даирәһе киңәйә. Яңы дуҫтар таба.

Даниил Кузнецов, Башҡорт дәүләт университеты студенты: “Беҙҙең университетта студенттар менән алмашыу программалары буйынса килгән ҡытай йәштәре бар. Улар ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән ябайлаштырылған программа буйынса уҡый. Ә Сяобинь Дун үҙаллы Өфөгә килеп, Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырғандан һуң филология факультетына уҡырға инә. Минеңсә был үҙе бер батырлыҡ”.

Педагогтар коллективы ла сит ил студентының тырышлығын юғары баһалай. Күптәргә өлгө булырлыҡ.

Валерий Пугачев, Филология фәндәре докторы, профессор: “Бөтөнләй икенсе мөхиттә Ҡытайҙа үҫкәнгә күрә, уның кешеләр менән аралашыу нормалары ла айырыла. Башҡа әхлаҡи тәрбиә алған, уҡыу барышында ныҡышмаллығы һиҙелде. Иң мөһиме ул хәҙер рус телен яҡшы кимәлдә белә. Диплом эшен "дүртле" билдәһенә яҡланы”.

Билдәле булыуынса, уҙған уҡыу йылында Башҡорт дәүләт университетында һигеҙ йөҙгә яҡын сит ил студенты белем алған, уларҙың 124-е Ҡытайҙан. Сяобинь Дун иһә белем тауына үрләүен туҡтатырға теләмәй. Тыуған яғында уҡыуын дауам итәсәк.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Ҡытай студенты журналистика буйынса рус телендә диплом яҡланы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна