Радий Хәбиров Мәскәүҙә юл мәсьәләләренә арналған Дәүләт советы ултырышында ҡатнашты

Радий Хәбиров Мәскәүҙә юл мәсьәләләренә арналған Дәүләт советы ултырышында ҡатнашты https://bash.news/news/99370_radij_xbirov_msk_yul_msllren_arnalan_dlt_sovety_ultyryshynda_atnashty
26 июн 2019, 23:31

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Мәскәүҙә дөйөм ҡулланыштағы автомобиль юлдары селтәрен үҫтереү һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләренә арналған Дәүләт советы ултырышында ҡатнашты.

Кәңәшмәлә юл төҙөлөшө, юлдарҙы тәртиптә тотоу һәм ремонт сифты һөҙөмтәлелеген артырыу, юл хәрәкәтен ойоштороуҙы артабан камиллаштырыу мөмкинлектәре ҡаралды. Президент Владимир Путин илдә ғәҙәттәгесә сифатлы юлдар аҙ булыуын билдәләне. Ыңғай үҙгәрештәр ни бары федераль трассаларҙа ғына һиҙелә. Беренсе категорияға ҡараған юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо дүрт йыл эсендә 2 мең 423 километрға артҡан. Барлыҡ норматив талаптарға яуап биргән трассалар 83 процент. Төбәктәрҙә юғары сифатлы юл күрһәткестәре 50 процент самаһы.

Юл хужалығында системалы үҙгәрештәр тәьмин итеү өсөн һәр төбәк яҡын арала 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән программа раҫларға тейеш, был юл төҙөүселәргә оҙайлы план буйынса эшләргә, юл техникаһы һатып алырға, төҙөлөш материалдарын тупларға, белгестәр йәлеп итергә һәм технологиялар үҙләштерергә мөмкинлек бирер,- тип билдәләне дәүләт башлығы.Владимир Путин телмәрендә шулай уҡ юл төҙөлөшөн финанслау, административ кәртәләрҙе кәметеү, трассаларҙы яҡтыртыу, ауыр машиналарҙың үтеүен көйләү һәм юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү мәсьәләләренә туҡталды

Радий Хәбиров Мәскәүҙә юл мәсьәләләренә арналған Дәүләт советы ултырышында ҡатнашты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна