Өфө “Йәшәү өсөн 10 мең аҙым” акцияһына ҡушыла

Өфө “Йәшәү өсөн 10 мең аҙым” акцияһына ҡушыла https://bash.news/news/99405_f_jsh_sn_10_me_aym_akciyayna_ushyla
27 июн 2019, 13:09

Сәләмәт тормош рәүешен пропагандалаған сарала илдең бихисап ауыл һәм ҡалалары ҡатнаша. Өфө халҡын 29 июндә иртәнге сәғәт 10-да Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркына саҡыралар. Белгестәр сараға килеүселәрҙең һаулығын тикшерә.

Өфө “Йәшәү өсөн 10 мең аҙым” акцияһына ҡушыла
Өфө “Йәшәү өсөн 10 мең аҙым” акцияһына ҡушыла

Милләт һаулығы лигаһы ирекмәндәре инструктаж үткәрә. Билдәле спортсылар менән күнекмә яһарға мөмкин. Акция барышында “Йөрәгеңде тапшыр” тип аталған флешмоб уҙғарыла. Шулай уҡ, сәләмәтлек маршруты эстафетаһын тапшырыу тантанаһы була. Өфө уны Нефтекама ҡалаһына, Башҡортостан - Сыуаш республикаһына тапшыра.

Юлдаш
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа