Рәсәй ауыл хужалығы баҫыуҙарҙа ауырыу барлығына мониторинг ойоштора

Рәсәй ауыл хужалығы баҫыуҙарҙа ауырыу барлығына мониторинг ойоштора https://bash.news/news/99443_rsj_auyl_xuzhalyy_bayuara_auyryu_barlyyna_monitoring_ojoshtora
27 июн 2019, 22:41

Уңышҡа тағы кемдәр дәғүә итә?! Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең төбәк филиалы белгестәре республика баҫыуҙарында хәүефле ҡоротҡостар һәм үҫемлектәрҙә ауырыу барлығына мониторинг ойоштора. Ауыл эшсәндәренең тырышлығын юҡҡа сығарыусы бөжәктәр хаҡында киләһе яҙма.

Гәрсискә бөрсә, ҡарышлауыҡтар ҙа ташланған. Өфө районында урынлашҡан был баҫыуҙа алдан агротехник саралар күрелгән булыуға ҡарамаҫтан, ҡоротҡостар сигенергә уйламай, күрәһең. Иң күбе - кәбеҫтә көйәһе. Эйе, ул йәшелсәләргә генә түгел, әүернә сәскәлеләр ғаиләһенә ингән үҫемлектәргә лә ҙур зыян килтерә. Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан филиалы белгестәре республика баҫыуҙарында фитосанитар мониторинг ойоштороп, ҡоротҡостар күләмен даими күҙәтеп бара. Сөнки уларҙың үҫешенә, таралыуына юл ҡуйырға ярамай.

Светлана Дәүләтханова, Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан филиалы әйҙәүсе агрономы: “Баҫыуҙың ун урынынан ау менән ун тапҡыр һелтәп, ҡоротҡостарҙың квадрат метрға популяцияһын билдәләйбеҙ. Бында кәбеҫтә көйәһе зыян килтереүҙең иҡтисади сиген үткән”.

Әгәр баҫыуҙа ҡоротҡостар күләме хәүефле тип табылһа, урында химик эшкәртеү ойоштороу һорала. Йәғни ауыл хужалығы предприятиелары рөхсәт ителгән препараттар менән участкалағы ҡоротҡостарҙы юҡ итергә бурыслы. Үҙәк белгестәре тарафынан Башҡортостанда 700 мең гектарға яҡын биләмә тикшерелгән, уларҙың ун процентында ҡоротҡостар булыуы асыҡланған. Зыян килтереүселәр араһында бөжәктәр генә түгел, кимереүселәр ҙә бар. Һуңғылары Дүртөйлө районы урман сигендә күҙәтелә.

Лилиә Нуретдинова, Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан филиалы матбуғат хеҙмәткәре: “Быйылғы яҙ һәм йәйҙең беренсе айы яуым-төшөмһөҙ һәм эҫе булыуы арҡаһында төрлө сирҙәр һәм бөжәктәр үрсене. Беҙҙең үҙәк белгестәре әлегә баҫыуҙарҙа әүҙем эшләй. Бөжәктәрҙе ваҡытында күреп, ауыл хужалығы предприятиеларына был мәғлүмәтте еткереп, эшкәртеүҙәр алып барыуҙы күҙәтә”.

Иғтибар үҙәгендә - Урал аръяғы төбәктәре. Унда ҡара сиңерткә таралыу ихтималлығы бар. Шуға был биләмәләр етди күҙәтеү аҫтында. Күгәрсен, Көйөргәҙе, Баймаҡ райондары баҫыуҙарында фитосанитар мониторинг уҙғарыла.

Ярауай культуралар ҙа ауырыуҙарға тиҙ бирешеүсән. Ҡайһы бер баҫыуҙарға онло ысыҡ төшкән һәм күреүегеҙсә япраҡтар һарғая башлаған. Был күренеш тә уңыш күләменә кире йоғонто яһауы ихтимал.

Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан филиалынан хәбәр итеүҙәренсә, республиканың ҡайһы бер райондарында дегәнәк күбәләге күпләп осоуы ла дауам итә. Улар тиҙ үрсегәндә әсе борсаҡ, көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө һәм башҡа культураларға зыян килтереүе мөмкин. Шуға ауыл хужалығы предприятиеларына баҫыу майҙандарын даими күҙәтеү аҫтына алыу кәңәш ителә.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Рәсәй ауыл хужалығы баҫыуҙарҙа ауырыу барлығына мониторинг ойоштора

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа