Башҡортостан беренсе ярты йыллыҡты яҡшы күрһәткестәр менән тамамлай

Башҡортостан беренсе ярты йыллыҡты яҡшы күрһәткестәр менән тамамлай https://bash.news/news/99445_bashortostan_berense_yarty_jyllyty_yashy_krtkestr_menn_tamamlaj
27 июн 2019, 18:00

Республика етәксеһе Радий Хәбиров был турала “Интерфакс” агентлығына интервьюла белдерҙе. “Инвестициялар йәлеп итеү – 4 процентҡа, сәнәғәт етештереү индексы – 3 процентҡа үҫешкән. Һалым йыйыу яҡшы ойошторолған. Төҙөлөш тармағы айырыуса алға киткән. Былтырғы менән сағыштырғанда күрһәткес 31 процентҡа күберәк” – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан беренсе ярты йыллыҡты яҡшы күрһәткестәр менән тамамлай
Башҡортостан беренсе ярты йыллыҡты яҡшы күрһәткестәр менән тамамлай

Республика етәксеһе федераль программаларҙа ҡатнашыуға ла туҡталды. “Милли проекттар буйынса аҡса килә башланы. Төҙөлөш, социаль өлкә һәм бының һөҙөмтәһе булараҡ бизнеста ла йәнлелек һиҙелә. Башҡортостан индустриаль парктарҙы үҫтереү буйынса программала ҡатнаша. 1 июлгә тиклем алты паркка заявка бирергә ниәтләйбеҙ,” – тине Радий Хәбиров.

Юлдаш
Новости партнеров
Банер уфимская волна