Баймаҡ районында «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға» исеме аҫтында ойошторолған күркәм байрам популярлыҡ яулай

Баймаҡ районында «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға» исеме аҫтында ойошторолған күркәм байрам популярлыҡ яулай https://bash.news/news/99450_bajma_rajonynda_yar_ajtty_auyla_iseme_atynda_ojoshtorolan_krkm_bajram_populyarly_yaulaj
27 июн 2019, 22:54

Күптән түгел Өмөтбай ауылы халҡы сит тарафтарҙан ҡайтып еткән яҡташтарын ҡабул итте. Күренекле шәхестәре менән район, республикаға дан алған ике йөҙ йылдан ашыу тарихы булған Өмөтбай ауылы матур сара ойошторҙо.Ҡасандыр үҙендә тыуып үҫкән, хәҙер инде төрлө тарафтарҙа үҙҙәренең ғаиләләрен ҡороп йәшәгән ҡыҙҙарын, бер күрешеп алыу өсөн “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” байрамына йыйҙы.

Был матур сараны үткәреү бер йыл элек, ауылдың ҡатын‐ҡыҙҙар советы һәм ағинәйҙәр тарафынан планға алынғайны. Иң беренсе ауылдан ситтә йәшәгән һәр‐ бер ҡыҙ тураһында мәғлүмәт тупланды. Ҡәҙерле ҡунаҡтар ҡайтыуға йорт‐ҡура тирәләре йыйыштырылды, бер нисә тапҡыр өмә үткәрелеп, ауылдың тирә‐яғы сүп‐сарҙан таҙартылды.

Ирҙәре, балалары, ейән‐ейәнсәрҙәре менән 300 ашыу Өмөтбай ҡыҙҙары ашҡынып ҡайтты тыуған ауылына. Башҡорт, татар, байназар урамы ҡыҙҙары мәсет янында осрашты. Ауыл клубын,ҡасандыр белем алған мәктәпте барып күргәндән һуң “Мохан” яланында үткәреләсәк сараға юл тоттолар.

Өмөтбайҙар районда йыр, бейеү буйынса алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәй, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ойошторған йыр, бейеү менән үрелеп барған байрам барыһының да күңеленә хуш килде. Ауылдың ағинәйҙәре ҡорған тирмәлә ҡунаҡтар ҡул эштәре күргәҙмәһен ҡарап, тәмле буҙа менән дә һыйландылар.

Байрам хөрмәтенә биш ғаилә ҡорбан салдырҙы, барлыҡ йыйылған халыҡты һыйлап бик ҙур сауап алды улар. ”Мохан” буйында кискә тиклем йыр‐моң, шат тауыштар яңғырап торҙо. Ғүмерҙәре ситтә үтһә лә,күңелдәрендә матур хәтирә булып ҡаласаҡ был байрам ҡыҙҙар күңелендә.

Автор: Раушания Рәхимова.

Баймаҡ районында «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға» исеме аҫтында ойошторолған күркәм байрам популярлыҡ яулай

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд