Өфөлә спорт өлкәһендә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән һөнәри белем биреү учреждениеларын тәбрикләү тантанаһы үтте

Өфөлә спорт өлкәһендә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән һөнәри белем биреү учреждениеларын тәбрикләү тантанаһы үтте https://bash.news/news/99451_fl_sport_lkend_yashy_krtkestrg_lgshkn_nri_belem_bire_uchrezhdenielaryn_tbrikl_tantanay_tte
27 июн 2019, 22:55

"Рәсәй йәшлеге" йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса бүлексәһе тарафынан ойошторолған сарала йыл дауамында барған спартакиада еңеүселәре бүләкләнде. Быйылғы уҡыу йылында төрлө спорт ярыштарын үҙ эсенә алған фестивалдә республиканың йөҙгә яҡын белем биреү йортто ҡатнашҡан.

Иң яҡшы студенттарҙы һәм уларҙың тренерҙарын бүләкләү тантанаһы республиканың мәғарифты үҫтереү институтында үтте. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибов комплекслы спартакиаданың йәштәр өсөн әһәмиәтле булыуын билдәләне.

Ул бигерәк тә массалы спорттың абруйын күтәреү ҙә ҙур өлөш индерә. Уҡыу йылы дауамында барған ярыштарҙа үҙ көсөн 80 мең самаһы студент һынап ҡараған. Ә инде иң көслөләр Башҡортостан данын ил кимәлендә яҡлаған.

Автор: Илдар Байбулатов.

Өфөлә спорт өлкәһендә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән һөнәри белем биреү учреждениеларын тәбрикләү тантанаһы үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа