6 июлдә Мәскәү ҡалаһының «Коломенское» музей-ҡурсаулығында башҡорт һабантуйы үтә

6 июлдә Мәскәү ҡалаһының «Коломенское» музей-ҡурсаулығында башҡорт һабантуйы үтә https://bash.news/news/99453_6_iyuld_msk_alayny_kolomenskoe_muzejursaulyynda_bashort_abantujy_t
27 июн 2019, 23:00

Быйылғы сара республиканың 100 йыллығына арнала. Илдең баш ҡалаһында йәшәүселәр һәм милләттәштәребеҙ иғтибарына ҙур концерт программаһы тәҡдим ителәсәк. Һабантуй майҙанын халыҡтың көнкүрешен һәм йолаларын сағылдырған тирмәләр биҙәйәсәк, ошонда уҡ халыҡ кәсептәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ, ҡунаҡтарға милли аш-һыу тәҡдим ителәсәк.

Был юлы республика исеменән Хәйбулла һәм Кушнаренко райондары вәкилдәре сығыш яһай.

Әминә Шафиҡова, Башҡортостандың мәҙәниәт министры: “Һабантуй сиктәрендә иңяҡшы музыканттарыбыҙ сығыш яһаясаҡ, этно ихаталар ойошторола. Хәйбулла һәм Кушнаренко райондары унда бара”.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

6 июлдә Мәскәү ҡалаһының «Коломенское» музей-ҡурсаулығында башҡорт һабантуйы үтә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа