Өфөлә йылына 160 мең квадрат метрға тиклем торлаҡ төҙөү ҡеүәтенә эйә булған комбинат барлыҡҡа килеүе ихтимал

Өфөлә йылына 160 мең квадрат метрға тиклем торлаҡ төҙөү ҡеүәтенә эйә булған комбинат барлыҡҡа килеүе ихтимал https://bash.news/news/99458_fl_jylyna_160_me_kvadrat_metra_tiklem_torla_t_eten_ej_bulan_kombinat_barlya_kilee_ixtimal
27 июн 2019, 23:29

Инвестиция проекты Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировҡа тәҡдим ителде. Бындай башланғыс менән эре панелле йорттар төҙөү менән шөғөлләнгән төбәк компанияһы сығыш яһай. Инвесторҙар фекеренсә, яңы завод республикала стандарт класлы торлаҡ төҙөлөшө мохажлығын тулыһыса ҡапларға мөмкинлек бирәсәк. Иҫәпләүҙәр буйынса, йәлеп ителәсәк инвестициялар күләме ике миллард һум самаһы.

Герман Трунов, "Эре панелле йорттар төҙөү" йәмғиәте идаралығы етәксеһе: “Тикшереү һөҙөмтәләре һуңғы йылдарҙа стандарт класлы торлаҡҡа ихтыяж артыуын күрһәтә. Бер үк ваҡытта Рәсәй Президенты үҙенең май указы менән дә торлаҡ төҙөлөшөн бер ярым тапҡырға арттырыу бурысы ҡуйҙы. Тап ошо маҡсат торлаҡ йорттар һәм балалар баҡсалары өсөн материалдар етештереүсе завод төҙөүгә этәргес бирҙе”.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында иһә асбестһыҙ фиброцемент сығарыу эше яйға һалынасаҡ. Экологик яҡтан таҙа материал биналарҙың алғы яғы, бүлмәләр һәм ҡыйыҡҡа тәғәйенләнгән. Шифер етештереү предприятиеһын модернизациялау өсөн 835 миллион һум самаһы аҡса кәрәк. Инвесторҙар үҙ сиратында республика властарынан финанстар менән бүлеүҙә һәм артабан төбәк прграммаларында ҡатнашыуҙа ярҙам һорай. Радий Хәбиров үҙенең коллегаларын был проблеманы контролдә тоторға ҡушты.

Автор: Илдар Байбулатов.

Өфөлә йылына 160 мең квадрат метрға тиклем торлаҡ төҙөү ҡеүәтенә эйә булған комбинат барлыҡҡа килеүе ихтимал

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна