Башҡортостан һәм Альфа-банк хеҙмәттәшлек итәсәк

Башҡортостан һәм Альфа-банк хеҙмәттәшлек итәсәк https://bash.news/news/99459_bashortostan_m_alfabank_xemttshlek_itsk
27 июн 2019, 23:33

Ул инфраструктура үҫеше, торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендәге дәүләт программаларын һәм инвестиция проекттарын берлектә ғәмәлгә ашырыуҙы күҙ уңында тота. Документҡа Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән Альфа-банк президенты Олег Сысуев ҡул ҡуйҙы.

Төбәк етәксеһе фекеренсә, был хеҙмәттәшлек кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты һәм ипотеканы кредитлау күләмен арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ финанс учреждениеһы республиканың башҡа программаларын ғәмәлгә ашырыуҙа үҙ өлөшөн индерәсәк.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Вы знаете что вся страна перешла на новые формы финансирования строительства, что для нас исключительно важно. Если “Альфа-банк” с его опытом будет нам помогать при переходе на эту новую систему, то нам бы это было интересно”.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башҡортостан һәм Альфа-банк хеҙмәттәшлек итәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна