Өфөгә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттары килде

Өфөгә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттары килде https://bash.news/news/99461_fg_v_bt_donya_bashorttary_oroltajy_delegattary_kilde
27 июн 2019, 23:39

Милләт киләсәге. Республикала үҙғарылған бишенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съезына делегаттар йыйыла башланы. Эшлекле һәм етди осрашыуға төрлө илдәрҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙ - сәйәсмәндәр, ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм төрлө өлкәләрҙә танылыу яулаған милләттәштәребеҙ саҡырылған. Съезд һөҙөмтәләре буйынса башҡорт халҡының киләсәк үҫеше буйынса стратегияһы билдәләнәсәк.

Шатлыҡлы ла, тулҡынландырғыс та минуттар. Швейцариянан йылына бер генә тапҡыр Башҡортостанға ҡайтып йөрөүсе Гүзәл Усманова әсәһе ҡосағына һыйына. Сит илдә хореограф булып эшләүсе яҡташыбыҙ милли рухы тураһында һәр саҡ иҫендә тота. Йәйгеһен ул Женевала башҡорт һабантуйҙарын ойоштора. Балаларына ул Морат, Лилиә һәм Эмануэль тип исемдәр ҡушҡан. Улар Швейцарияла үткән ат сабыштарында даими призлы урындар яулай.

Сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ Башҡортостанда уҙғарылған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съезына ҡайтҡан. Францияла йәшәүсе Гөлназ Шаһыбалова ла оло ҡорҙа үҙ проектын яҡларға ниәтләнә.

Баш ҡалала йыйылған делегаттарҙың барыһы ла республика киләсәген үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерергә ашҡына. Улар араһында төрлө өлкәләрҙә уңыш ҡаҙанған шәхестәр. Сибайҙа тыуып үҫкән Айһылыу Янтурина бөгөн Берҙәм милләттәр ойошмаһы хеҙмәткәре.

Көтөп алынған делегаттар ике көн дауамында мөһим проекттар өҫтөндә эшләйәсәк. Секция ултырыштары фекер алышыуға һәм резолюция ҡабул итеүгә генә ҡайтып ҡалмай. Делегаттар милләт киләсәген билдәләгән үҫеш стратегияһын ҡабул итеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының пленар ултырышы Торатау Конгресс-холлында үтәсәк. Милләт үҫеше стратегияһын билдәләгән оло ҡорҙа 600-ләп делегат ҡатнашыр тип күҙаллана. Бында Америка Ҡушма штаттары, Швейцария, Голландия, Израиль һәм тағы ла 21 ил вәкиле йыйыласаҡ.

Съезда һигеҙ секцияла мәғариф һәм кадрҙар, башҡорт теле, тарих, демография, мәҙәниәт һәм сәнғәт, эшҡыуарлыҡ һәм башҡа темалар ҡараласаҡ. Эшлекле осрашыуҙан һуң ҡунаҡтар өсөн мәҙәни саралар ойошторола. Бишенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына бағышланған "Самрау шоу"ҙа Байыҡ конкурсының лауреттары, еңеүселәре сығыш яһаясаҡ.

Ҡоролтай эшмәкәрлеге Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа күрһәтеләсәк. Бының өсөн күсмә телевизион станция йәлеп ителә. Махсус ҡоролмаларҙы тәжрибәле операторҙар, инженерҙар бер көн алдан әҙерләй башланы.

Ҡоролтайға әҙерлек быйыл 1 мартта башланған ине. Башҡа йылдар менән сағыштырғында бишенсе съезд заманса һәм бай йөкмәткәле программаға яраҡлаштырылып ойошторола, шуға ла бөтә сараларҙа әүҙем йәштәр ҡатнашыуы көтөлә.

Автор: Флорида Ким.

Өфөгә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттары килде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа