Өфө 5-се бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын ҡабул итте

Өфө 5-се бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын ҡабул итте https://bash.news/news/99530_f_5se_bt_donya_bashorttary_oroltajyn_abul_itte
28 июн 2019, 22:05

Ер шарының төрлө ҡитғаларынан милләттәштәребеҙҙе йыйған мәртәбәле йыйын бөгөн иртән милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың һәйкәленә сәскә һалыу менән башланды. Ҡунаҡтарҙы һәйкәл янында башҡаланың “Мираҫ” йыр-бейеү фольклор ансамбле “Салауат” йыры менән ҡаршы алды.

Тантана сит яҡтарҙа йәшәгән ҡоролтай делегаттары өсөн айырыуса иҫтәлекле, улар ҡыуаныслы тәьҫораттарын йәшермәй. Тыуған тупраҡҡа аяҡ баҫыуҙан тулҡынланыу кисерәбеҙ, ҡоролтайға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ, ти улар.

Ғәли Хәсәнов, 5-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты: “Беҙ Татарстандан ҡыуанып килеп еттек, беҙҙе Башҡортостан сигендә ҡаршы алдылар. V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы беҙҙең өсөн бик мөһим һәм яҡташтарыбыҙға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ”.

Өфө 5-се бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын ҡабул итте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна