Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе тип Эльвира Айытҡолова һайланды

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе тип Эльвира Айытҡолова һайланды https://bash.news/news/99532_bt_donya_bashorttary_oroltajyny_basharma_komitety_rjese_tip_elvira_ajytolova_ajlandy
28 июн 2019, 22:10

Был вазифаға Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары булып эшләгән Эльвира Айытҡолова һайланды. Ҡоролтайҙа башҡорт халҡының 2050 йылға тиклем үҫеш стратегияһы билдәләнде. Олуғ йыйында 512 делегат ҡатнаша, уларҙың 288-е Башҡортостан ҡала райондарынан, 157-һе Рәсәй төбәктәренән, ә 49 кеше сит илдәрҙән килгән.

Ҡоролтай делегаттарын Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар тәбрикләне. Ҡоролтайҙа төп проблемалар ҡаралды, үҫеш планы билдәләнде.

“Торатау” конгресс-холы милли рух менән һуғарылған төҫлө, бында башҡорт теле тантана итә, тарих терелә, йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ йәнләнә, кәсептәребеҙ яңыра. Фойелағы һәр экспозиция халҡыбыҙ, уның тарихи, мәҙәни хазиналары өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уята. Мәҫәлән, милли архивтың күргәҙмәһе арҙаҡлы шәхестәребеҙ шәжәрәһен, ҡоролтай тарихын үҙ эсенә ала. Бында бик файҙалы мәғлүмәттәр менән танышырға мөмкин.

Мәртәбәле йыйында республика етәксеһе билдәләүенсә, ҡоролтай башҡорт халҡының үҫеше буйынса аныҡ маҡсаттарҙы билдәләргә бурыслы. Башҡорттар Европаның һәм Азияның иң яҡшы һыҙаттарын үҙендә туплаған, әммә тарҡаулыҡ булырға тейеш түгел, әҙәби телде белмәгәндәрҙе ситкә типмәү, башҡорт телен өйрәнеүҙе модалы итеү мотлаҡ. Ул аҡыл, белем, һәләт өлгөһө булған билдәле шәхестәрҙе лә атап үтте. Камиллыҡҡа ынтылыу беҙҙең бурыс, тине Радий Фәрит улы.

Ысынлап та ҡоролтай күргәҙмәгә, сағыу тамашаларға ғына ҡайтып ҡалмай. Абруйлы йыйындың төп маҡсаты - башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын ҡабул итеү. Концепция конкурс нигеҙендә һайлап алына, эксперттар 15 эш араһынан йәмәғәтсе Әлфир Илбаҡтин етәкселегендәге эш төркөмөнөң вариантына туҡтала. Тап уның документы көнүҙәк идеяларҙы, күтәрелгән проблемаларҙың киңлеге йәһәтенән иң уңышлыһы тип табыла. Был стратегияның төп үҙенсәлеге булып кешелек капиталын һөҙөмтәле ҡулланыу, технологик үҫеш пландары тора.

Әлбиттә үҫеш йүнәлештәрен билдәләү, концепция яҙыу бер көндә генә башҡарылмай. Эш айҙар дауамында бара, вариант һайлап алынғандан һуң эксперттар тарафынан тулыландырыла, халыҡ фекеренә таянып өҫтәмәләр индерелә. Советҡа төрлө өлкә белгестәре ингән, эксперттар әйтеүенсә эш әле лә дауам итә.

Документ бөгөн делегаттар ҡарамағына сығарылды. Фекер алышыуҙар бөтәһе һигеҙ урында бара. Әйтәйек белем биреү һәм кадрҙар, башҡорт теле, тарих һәм башҡортлоҡ, демография һәм сәләмәтлек һәм башҡа секциялар. Бында бер өлкә лә иғтибарһыҙ ҡалмаған. Ҡунаҡтар ҙа үҙ тәҡдимен индерә. Айһылыу Йәнтурина инглиз-башҡорт платформаһы асыу теләге менән яна.

Делегаттарҙың һәр береһе халҡыбыҙҙың үҫешенә үҙ өлөшөн индерә. Мәҫәлән, Санкт Петербург делегаты Камил Хәйруллин. эшҡыуар Силәбе өлкәһендә бөтөп барған тыуған ауылын тергеҙгән.

Ә Германия делегаты Гөлназ Циммерманн балаларын ғына түгел, немец милләтенән булған тормош иптәшен һәм дуҫтарын да башҡорт теленә өйрәтә, ул хатта эш урынына тирмә ҡуйҙыртҡан.

Ҡоролтайға һәр милләттәшебеҙ ҙур өмөттәр бағлай, ул һәммәбеҙҙе борсоған һорауҙарға яуап бирергә, бергә тупларға, бер юҫыҡта эшләргә йүнәлеш бирергә тейеш.

Ғорурланырлыҡ, өлгө алырлыҡ башҡорттар күп, улар республика төбәктәренә лә, илдең, донъяның төрлө мөйөштәренә лә һибелгән. Бары тик милләттәштәребеҙҙе бергә туплап, уларҙың аң һәм рухи ҡеүәтен милли-мәҙәни хазиналарыбыҙҙы һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтеү мөһим.

Быйылғы ҡоролтай иҫәп буйынса бишенсеһе. Әммә тап ошо йыйын башҡорт халҡының тарихында, үҫеш юлында хәл иткес роль уйнар тип көтөлә.Был ҡоролтай киләһе 20-30 йылға үҫеш стратегияһын билдәләүе, аныҡ ҡарарҙар ҡабул ителеүе менән әһәмиәтле. Йәғни уның ҡарарҙары һәр беребеҙҙең өҫтәл китабына, йәшәү рәүешенә әйләнеренә шик юҡ.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе тип Эльвира Айытҡолова һайланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа