Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың яҙғы сессия осорондағы йомғаҡлау ултырышы үтте

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың яҙғы сессия осорондағы йомғаҡлау ултырышы үтте https://bash.news/news/99535_dlt_jyjylyshyoroltajy_yay_sessiya_osoronday_jomalau_ultyryshy_tte
28 июн 2019, 23:02

Көн тәртибенә 50-нән ашыу мәсьәлә сығарылды. Уларҙың төп өлөшө республика закон проекттарына бәйле булды. Депутаттар 2018 йылда "Башҡортостанда ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймалы һәм аҙыҡ-түлеге баҙарын көйләү" дәүләт программаһының тормошҡа ашырылыу йомғаҡтарын тыңланы.

Доклад менән вице-премьер, ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов сығыш яһаны. Пленар ултырышта шулай уҡ республика парламенты тарафынан Дәүләт Думаһына индереләсәк федераль закон проекттары, суд участкаларына мирауай судьялар вазифаларына кандидатуралар, Дәүләт Думаһынан килгән федераль закон проекттары тикшерелде. Ултырышта ҡатнашҡан Башҡортостан етәксеһе халыҡ һайланыусыларының әүҙем эшмәкәрлек алып барыуҙарын билдәләне.

Быйылғы сессияла ҡайһы бер мәсьәләләрҙең башҡорт телендә яңғырауы менән дә әһәмиәтле булды. Әйтәйек, айырым депутаттар күп кенә закон проектарын туған телдә уҡып ишеттерҙе. Ә инде телде аңламаусыларға ҡолаҡсындар яҙамында текстың русса тәржемәһен тыңлау мөмкинлеге бирелде.

Автор: Илдар Байбулатов.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың яҙғы сессия осорондағы йомғаҡлау ултырышы үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа