Ишембай районында Торатау йыйыны ойошторолдо

Ишембай районында Торатау йыйыны ойошторолдо https://bash.news/news/99578_ishembaj_rajonynda_toratau_jyjyny_ojoshtoroldo
29 июн 2019, 23:41

Әүлиәләр төбәгендә байрам. Ишембай районында Торатау йыйыны ойошторолдо. Юрматы ере республиканың күп милләтле халҡын бер майҙанда йыйҙы. Йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеүгә йүнәлтелгән байрамдан киләһе репортаж.

Торатау итәгендә ҡурай моңдары яңғырай. Изге урын, 230 миллион йыл элек барлыҡҡа килгән шихан, бер майҙанда ете ырыу халҡын йыйҙы. Ҡунаҡтар мәңгелекте символлаштырыусы ташҡа сәскә һалғандан һуң үҙәк сәхнәгә юлланды.

Башҡортостандың төрлө төбәгенән йыйылған үҙешмәкәр артистар ырыуҙар берҙәмлеген сәхнәләштереп, Торатау йыйына килеүселәрҙе йыр-бейеүҙәр менән ҡаршы алды. Һоҡланғыс күренеш. Сәхнәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров та халыҡҡа ҡотлау һүҙҙәре менән телмәр тотто. Һабантуй майҙанында ул райондың әүҙем граждандарына дәүләт наградалары, почет грамоталары тапшырҙы.

Артабан майҙанда халҡыбыҙҙың боронғо уйыны "Ылаҡ" буйынса күрһәтмә сығыштар ойошторолдо. Ишембайҙар Баймаҡ командаһына ҡаршы уйнап, етеҙлеккә көс һынашты. Һыбайлыларҙың оҫталығына хайран ҡалмау мөмкин түгел ине.

Майҙанда йөҙҙән ашыу мәргән уҡсы ла йыйылғайны. Улар сәхнә алдында ҡыҙыу турнир ойошторҙо, шулай уҡ "Сармат алтынын эҙләү" квесында ҡатнашты. Тәүге урын яулаусыға бүләккә алтын уҡ тапшырылды. Ишембайҙан Радик Хәмиҙуллин ҡыуанысын йәшермәй.

Милли көрәш буйынса ойошторолған ярыш та республиканың иң көслө егеттәрен бер майҙанда тупланы. Ҡыҙыу алышты республика етәксеһе лә күҙәтте. Келәмгә сығып еңеү яулаусылар иһә Торатау янында көрәшеү оло мәртәбә булыуын билдәләне

Милли уйындар, төрлө спорт ярыштарынан тыш, ҡул эштәре күргәҙмәләре лә эшләне. Биләмәне 25 район-ҡала тирмәләре йәмләне. Унда башҡорттарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары сағылыш тапты.

Берәүҙәр бағанаға үрмәләһә, икенседәр юғарыраҡ бейеклектәр һайланы. Торатауға йөҙҙәрсә кеше күтәрелде. Изге урын, әүлиәләр төйәге рух күтәренкелеге, көс-дәрт өҫтәне.

Торатау йыйынында бишенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының тәүге ултырышы ла үтте. Уның сиктәрендә башҡарма комитет етәкселеге һайланды, киләсәккә пландар билдәләнде.

Торатау йыйыны сағыу тамаша менән иҫтә ҡаласаҡ. Юрматы ерендә Башҡортостандың билдәле сәхнә оҫталары, Милли симфоник оркестр ҙа сығыш яһаны. Шулай уҡ урында лазер шоу программаһы ла әҙерләнгәйне.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Ишембай районында Торатау йыйыны ойошторолдо

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа