Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев әүҙем йәштәр менән осрашты

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев әүҙем йәштәр менән осрашты https://bash.news/news/99664_dlt_jyjylyshy_oroltaj_rjese_konstantin_tolkachev_em_jshtr_menn_osrashty/?lang=bash
01 июл 2019, 22:12

Эш барышында төрлө йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре республика йәштәренә ҡағылышлы закондарға үҙ тәҡдимдәрен индерҙе. Фекер алышыу рәсми булмаған шарттарҙа иртәнге сәй артында үтте.

Проект авторҙары, йәш булыуға ҡарамаҫтан, төрлө өлкәләрҙә уңыш ҡаҙанған шәхестәр. Улар төбәктең ижади, дини, фәнни, спорт ойошмаларын етәкләй. Ҡоролтай рәйесе йәштәр хеҙмәтен юғары баһалап рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Константин Толкачев Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе: “Йәштәр төрлө проекттар өҫтөндә тырышып эшләне. Улар республика киләсәге менән бәйле фекерҙәрен еткерҙе. Был проекттарҙы өйрәнәсәкбеҙ. Файҙалы һәм ҡыҙыҡлы тәҡдимдәрҙе документ булараҡ ҡабул итәсәкбеҙ”.

Автор: Флорида Ким.

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев әүҙем йәштәр менән осрашты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет