1 июлдән яман шеште башланғыс стадияла асыҡлаусы табиптарға өҫтәмә премиялар түләнә башлаясаҡ

1 июлдән яман шеште башланғыс стадияла асыҡлаусы табиптарға өҫтәмә премиялар түләнә башлаясаҡ https://bash.news/news/99674_1_iyuldn_yaman_sheshte_bashlanys_stadiyala_asylausy_tabiptara_tm_premiyalar_tln_bashlayasa/?lang=bash
01 июл 2019, 22:30

Дәртләндереү сараһының күләме 5 мең һум. Теүәл ҡуйылған һәм иртә асыҡланған диагноз, ваҡытында дауалай башларға һәм пациенттың ғүмерен ҡотҡарып ҡалырға ярҙам итәсәк. Республикала яман шеште башланғыс стадияһында еңеү өсөн саралар һәм медицина препараттары етәрлек.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин әйтеүенсә, был сара "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектын тормошҡа ашырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Максим Забелин, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы: “Яман шеште, ғөмүмән, бар ауырыуҙарҙы ла киҫкенләшмәҫ борон асыҡлау хәйерлерәк. Ниндәй генә мөмкинлектәр, дарыуҙар булмаһын, һуңғы стадияһына еткән онкология алдында медицина көсһөҙ. Шуға күрә иртә диагностиканы үҫтереү мөһим. Тәүге стадияларында яман шеште уңышлы дауалау тәжрибәһе бар”.

Автор: Гүзәл Борханова.

1 июлдән яман шеште башланғыс стадияла асыҡлаусы табиптарға өҫтәмә премиялар түләнә башлаясаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
75 НЕИЗВЕСТНЫХ ФАКТОВ.
Фк уфа 10 лет