Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Өлкән быуын» программаһы эшләй

Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Өлкән быуын» программаһы эшләй https://bash.news/news/99686_strletama_alaynda_lkn_byuyn_programmay_eshlj
01 июл 2019, 23:43

Йәнә парта артына. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡтағы филиалында пенсия алды йәшендәгеләр World Skills Халыҡ-ара стандарттары буйынса белемен камиллаштыра башланы. Уҡытыу программаһы "Өлкән быуын" федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Әлегә университетта программа идаралығы менән булған станоктарға операторҙар әҙерләнә.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса бушлай курсттарға һигеҙ кеше үткән. Улар араһында илле йәше тулған гүзәл заттар ҙа бар. Билдәле булыуынса, теоретик һәм практик дәрестәр өс аҙна дауам итәсәк. Курс тыңлаусыларын заводта ла эш процессы менән таныштырыу күҙаллана. Республикала пенсия алды һәм пенсия йәшендәге граждандарҙы хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙәргә уҡытыу 2014 йылдан алып барыла, йыл һайын ике йөҙҙән ашыу кеше бушлай курстар үтә, уларҙың илле проценты артабан эшкә урынлаша.

Лира Мурьясова, курс тыңлаусыһы: “Миңә быйыл 55 йәш тулды, тиҙҙән хаҡлы ялға сығам. Әммә өйҙә эшһеҙ ултырыу минең өсөн түгел. Шуға заман талаптарына тура килгән һөнәр үҙләштерергә булдым. Сәнәғәт предприятиеларында операторҙарға ихтыяж юғары. Яңы станоктарҙа иһә эшләүе еңел, иғтибарлы булыу ғына талап ителә”.

Бөгөн Башҡортостанда 200 меңгә яҡын пенсионер производствоның төрлө өлкәләрендә эшен дауам итә, пенсия алды йәшендәгеләр тағы ла күберәк. Уларҙан башҡа республиканың социаль-иҡтисади үҫешен күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Шуға күрә төбәктә ойошторолған квалификация күтәреү, өҫтәмә белем биреү курстарының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Илдең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы планына ярашлы, 2024 йылға тиклем 450 меңдән ашыу кеше махсус курстарҙа белемен камиллаштырып, таныҡлыҡ аласаҡ.

Сергей Хаустов, курс тыңлаусыһы: “Заман менән бергә атларға тырышабыҙ. Компьютер, интернет селтәре менән күптән ҡулланырға өйрәндек, хәҙер автоматлаштырылған станоктар менән дә оҫта идара итербеҙ тип уйлайым. Ил хөкүмәте кимәлендә пенсия йәше алдындағыларға эш табыу өсөн барлыҡ шарттар булдырыла, минеңсә, уҡырға бер ҡасан да һуң түгел”.

Автор: Гөлназ Хәбуллина.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Өлкән быуын» программаһы эшләй

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа