Башҡортостан делегацияһы Һамар өлкәһендәге һабантуйҙа сығыш яһаны

Башҡортостан делегацияһы Һамар өлкәһендәге һабантуйҙа сығыш яһаны https://bash.news/news/99689_bashortostan_delegaciyay_amar_lkendge_abantuja_syysh_yaany
01 июл 2019, 23:52

Һамар өлкәһендә ойошторолған Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйында Башҡортостан делегацияһы уңышлы сығыш яһаны. Яҡташтарыбыҙ тирмәләр ҡороп, күрше төбәктә йәшәүселәрҙе милли йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр менән таныштырҙы.

Бөтә Рәсәй ауыл Һабантуйы ҡунаҡтарын яҡташтарыбыҙ дәртле бейеүҙәр һәм милли аш-һыу - сәк-сәк, бауырһаҡ, ҡымыҙ менән ҡаршы алды. Илдең 24 төбәген берләштергән сарала Башҡортостан данын Нуриман районы вәкилдәре яҡланы. Улар әҙерләгән тематик майҙансыҡта халҡыбыҙҙың көнкүреше, милли кейемдәре, боронғо кәсептәре менән танышырға мөмкин ине. Солоҡсолоҡ, умартасылыҡ, һунарсылыҡҡа бәйле күргәҙмәләр эшләне. Сит төбәктәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҡурай, ҡумыҙ моңдарын тыңлап кинәнде. Башҡорт тирмәһе үҙенә йөҙҙәрсә кешене ылыҡтырҙы.

Әлшәй районынан Светлана Сәйетова байрамға йыйылыусыларға аҫалы балаҫ һуғыу оҫталығын күрһәтте. Был кәсеп менән ул үҫмер сағынан шөғөлләнә. Эш барышында тәбиғи төҫтәр генә ҡулланыуын йәшермәй. Биҙәлгән балаҫтары менән ул төрлө конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашып, еңеүҙәргә лә ирешкән.

Өлкәлә 150-ән ашыу милләт төпләнгән, улар араһында халҡыбыҙ вәкилдәре ла лайыҡлы урын алып тора. Һамар башҡорттары Ҡоролтай йәмәғәт ойошмаһы 2002 йылда ойошторолған. Милләттәштәребеҙ туған телде, мәҙәниәтте, йолаларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн ҙур эштәр башҡара.

Һамар өлкәһе Ҡамышлы районында ойошторолған Һабантуйҙа егерме меңгә яҡын кеше ҡатнашыуы билдәле, күләмле сараны төбәк һәм федераль киң мәғлүмәт сараларынан йөҙҙән ашыу журналист яҡтырта. Ат сабышы, көрәш, бағанаға үрмәләү кеүек ярыштарҙа ҡатнашып, яҡташтарыбыҙ ҙа еңеүҙәргә өлгәште. Иң мөһиме Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйы - милләт-ара дуҫлыҡты, татыулыҡты нығытты.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башҡортостан делегацияһы Һамар өлкәһендәге һабантуйҙа сығыш яһаны

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд