Велосипедсы бала тәгәрмәс аҫтында ҡалған

Велосипедсы бала тәгәрмәс аҫтында ҡалған https://bash.news/news/99720_velosipedsy_bala_tgrms_atynda_alan
02 июл 2019, 13:15

Сибайҙа “ЗИЛ” автоцистернаһы водителе 8 йәшлек малайҙы тапаған. Автоинспекторҙар хәбәр итеүенсә, шофер светофорҙың йәшел төҫөнә боролош яһаған. Бала велосипеды менән юл аша сығып барған. Икенсе класс уҡыусыһы ауыр тән йәрәхәттәре алған. Ул ашығыс ярҙам машинаһында дауаханаға оҙатылған. Водитель, йыл ярым элек иҫерек килеш рулгә ултырғаны өсөн, таныҡлығынан мәхрүм ителгән.

Велосипедсы бала тәгәрмәс аҫтында ҡалған
Велосипедсы бала тәгәрмәс аҫтында ҡалған

Үткән тәүлектә республикала 37 иҫерек водитель ҡулға алынған.

Юлдаш
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Банер уфимская волна