Дмитрий Медведев Ишембай районында махсус иҡтисади биләмә ойоштороу идеяһын хупланы

Дмитрий Медведев Ишембай районында махсус иҡтисади биләмә ойоштороу идеяһын хупланы https://bash.news/news/99761_dmitrij_medvedev_ishembaj_rajonynda_maxsus_itisadi_bilm_ojoshtorou_ideyayn_xuplany
02 июл 2019, 21:38

Был турала Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашыуҙа белдерҙе. Проектты бойомға ашырыу өсөн әлеге ваҡытта тейешле документтар пакеты әҙерләнгән. Күҙалланыуынса, иҡтисади биләмә Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Ишембай ҡалалары агломерацияһын үҙ эсенә ала. Атап үтәлгән төбәктәрҙә ярты миллиондан ашыу кеше йәшәй.

Башҡортостан етәксеһе шулай уҡ республикала милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу барышы менән дә таныштырҙы. Радий Хәбиров билдәләүенсә, өҫтәмә финанстар бүленеүе медицина кадрҙарының сит тарафтарға китеүен туҡтатҡан. Һөҙөмтәлә урындағы һаулыҡ һаҡлау учреждениелары ярты йыл эсендә 230 белгескә күберәк тулыланған. Бынан тыш, республика етәксеһе башҡа өлкәләрҙә лә һиҙерелек алға китеш күҙәтелеүен билдәләне.

Автор: Илдар Байбулатов.

Дмитрий Медведев Ишембай районында махсус иҡтисади биләмә ойоштороу идеяһын хупланы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд