Радий Хәбиров үҙ бурысын атҡара алмаған етәкселәрҙе эштән бушатырға ҡушты

Радий Хәбиров үҙ бурысын атҡара алмаған етәкселәрҙе эштән бушатырға ҡушты https://bash.news/news/99763_radij_xbirov_burysyn_atara_almaan_etkselre_eshtn_bushatyra_ushty
02 июл 2019, 21:43

Башҡортостан төбәк операторы етәксеһенең урынбаҫарҙарын ҡыҫҡартырға, ә Өфө ҡалаһының Октябрьский районы хакимиәте башлығын вазифаһынан бушатырға. Радий Хәбиров бөгөнгө оператив кәңәшмәлә үҙ бурысына илке-һалҡы ҡараған етәкселәргә ҡарата ҡәтғи саралар күрергә ҡушты. Оператив кәңәшмәлә балалар майҙансыҡтарында хәүефһеҙлек талаптарын үтәү, уҡыу йорттарына инеү менән бәйле һорауҙар ҙа ҡаралды.

Өфөнөң Ростов урамында йәшәгән Любовь Маркелова подъездарҙы ремонтлау программаһы башланғас ҡыуанып бөтә алмай. Ул йорт яңы һулыш кисерер тип көтә, тик ремонттан һуң хужаларҙың өмөтө селпәрәмә килә. Бригада эште илке-һалҡы атҡарып сыға. Был осраҡ республика буйынса берҙән-бере түгел. Видеояҙма, фотоһүрәттәрҙән күренеүенсә, күп подъездар иҫәп өсөн генә ремонтлана. Мәҫәлән, Блюхер урамындағы 40-сы йорт подъезы.

Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров билдәләүенсә, подъездарҙы ремонтлау программаһы тейешле кимәлдә башҡарылмай. Эш графигы ике тапҡырға һүлпәнерәк бара тип әйтергә мөмкин. Әлеге ваҡытҡа 1 меңдән ашыу подъезд ремонтланырға тейеш булһа, уларҙың яртыһы ғына төҙөкләндерелгән. Мәғлүм булыуынса, программаға быйыл йәмғеһе 4 мең тирәһе подъезд ингән, эш 1 ноябргә тамамланырға тейеш. Радий Хәбиров системала тәртип урынлаштырыу бурысын ҡуйҙы.

Соҡорҙарҙы ямау буйынса программа хаҡында ла күҙ буяу тип әйтергә мөмкин. Йәғни, мобиль ҡушымта аша ремонт яһалды тип отчет бирелә, ә соҡор шул килеш ҡала. Өфөнөң Октябрьский районы миҫалында етешһеҙлек асыҡтан-асыҡ ярылып ята.

Сипайлово биҫтәһендә соҡорҙар бәләһе генә түгел, ихаталарҙы сүп үләндәре баҫҡан, өйөлөп ятҡан көнкүреш ҡалдыҡтарын да йыйыштырыусы юҡ. Радий Хәбиров Өфө ҡала хакимиәте башлығына тәртип урынлаштырыу өсөн бер ай ваҡыт бирҙе. Ә өлгө алырлыҡ ҡалалар бар, мәҫәлән, учалы, ишембайҙар. Был ҡалаларҙың урамдарында таҙалыҡ хөкөм һөрә.

Оператив кәңәшмәлә балалар майҙансыҡтарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү хаҡында ла һүҙ барҙы. Республикала 7 меңгә яҡын майҙансыҡ иҫәпләнә, уларҙа 27 мең тирәһе уйын ҡоролмаһы бар. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә. уларҙың яртыһының тейешле сертификаттары юҡ. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, йыл һайын илдә уйын майҙансыҡтарында 40 мең тирәһе бала йәрәхәтләнә.

Илдар Шафиҡов, Башҡортостандың торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе: “Балалар майҙансыҡтарындағы бәүелсәктәр, таусыҡтар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә яуап бирмәй. Беҙ уларҙы тейешле талаптарға яраҡлаштырыу бурысын ҡуябыҙ, кескәйҙәрҙең ғүмере, һаулығы ҡурҡыныс аҫтына ҡуйылырға тейеш түгел”.

Оператив кәңәшмәлә киләһе биш йылда республикала 7 мең ярым урынға иҫәпләнгән 53 балалар баҡсаһы сафҡа индереләсәге хаҡында ла белдерелде. Быйыл ғына 29 мәктәпкәсә учреждение ишектәрен аса. Республика етәксеһе төҙөлөш ойошмалары тарафынан социаль инфраструктура булдырыу барышын етди күҙәтеүгә алырға ҡушты.

Автор:Рәмзиә Кәримова.

Радий Хәбиров үҙ бурысын атҡара алмаған етәкселәрҙе эштән бушатырға ҡушты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд