Сибайҙа 8 йәшлек малайҙы «ЗИЛ» машинаһы тапаған

Сибайҙа 8 йәшлек малайҙы «ЗИЛ» машинаһы тапаған https://bash.news/news/99764_sibaja_8_jshlek_malajy_zil_mashinay_tapaan
02 июл 2019, 21:44

Сибайҙа «ЗИЛ» автоцистернаһы аҫтында ҡалған 8 йәшлек малай ауыр хәлдә реанимацияла ята. Әлеге ваҡытта фажиғәгә тарыусыны санитар авиация ярҙамында Өфөгә күсереү тураһында һүҙ бара. Әммә Нургиздең алыҫ юлды кисерә алмауы ихтимал...

Ғәҙәттән тыш хәл июлдең тәүге көнөндә ҡаланың Пионерҙар урамында теркәлә. Социаль селтәрҙәргә һалынған видеояҙманан күренеүенсә, бәлиғ булмаған бала велосипеды менән юл аша үткән ваҡытта сүп-сар таҙартыусы машина аҫтында ҡала. Тикшереүҙәр барышында, «ЗИЛ» менән идара итеүсе ирҙең водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән булыуы асыҡлана. Ул былтыр эскән килеш руль артына ултырғаны өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған булған. Унан һуң да инспекторҙар водителде өс тапҡыр туҡтата. Законды һанға һуҡмау һөҙөмтәлә оло фажиғәгә килтерә.

Әлеге ваҡытта ауыр хәлдәге Нургиз ҡала үҙәк дауаханаһының реанимация бүлегендә ята. Ул бында ашығыс ярҙам менән шаңҡыу хәлендә килтерелгән. Диагностик тикшереүҙәр малайҙың бик күп йәрәхәтәттәр алыуын күрһәткән. Ҡазаға тарыусыға һәр яҡлап та ярҙам күрһәтеү өсөн санитар авиация менән тәжрибәле белгестәр килгән. Баланың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн дауахана кәрәкле ҡорамалдар һәм препараттар менән тәьмин ителгән.

Автор: Илдар Байбулатов.

Сибайҙа 8 йәшлек малайҙы «ЗИЛ» машинаһы тапаған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна